

“Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” Тап ошондай лозунг аҫтында алтынсы тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара ағартыу акцияһы үтәсәк. Акция 3-нән 7 ноябргә тиклем онлайн форматта www.miretno.ru сайтында ойошторола һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала.
Диктант кешенең этнографик белем кимәлен, уның Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында нимә белеүен генә асыҡлап ҡалмай, ә иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡ мәсьәләһенә лә йүнәлтә.
Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Уны рус телендә, шулай уҡ өс сит телдә - инглиз, испан һәм ҡытайса - яҙырға була.
Эштәр 2021 йылдың 3 ноябрендә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Диктант заданиелары тест формаһында эшләнгән һәм үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
- 20 һорау – Диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә бер;
- 10 һорау – Диктанттың төбәк өлөшө, Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым.
Сит ил ҡатнашыусылары өсөн тест 30 дөйөм федераль һорауҙан торасаҡ, ул бөтә илдәр өсөн дә бер.
Бөтә заданиеларҙы ла эшләгән өсөн максималь баллдар суммаһы – 100. Диктантты үтеү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.
Диктантты үткәндән һуң һәр бер ҡатнашыусы яуаптар анализы менән шәхси һөҙөмтәһен ала. Йыйылған балдар күрһәтелгән ҡатнашыусы сертификаты электрон почтағыҙға килә.
Диктант беренсе тапҡыр 2016 йылдың 4 октябрендә үткәйне, унда Рәсәйҙә йәшәгән 90 мең кеше ҡатнашты. Ә 2020 йылда акцияға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм донъяның 123 иленән 1742661 кеше ҡушылды. Былтыр республикала диктантты 138409 кеше яҙҙы.
Ҙур этнографик диктантты Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт республикаһының Милли сәйәсәт министрлығы ойоштора. Башҡортостанда сара өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто яуаплы. Акция тураһында тулы мәғлүмәт менән министрлыҡтарҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә танышырға мөмкин.