Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 06:00

Класташтарына атыу менән янаған

Ҡоттары осҡан уҡыусылар сәйер хәбәр тураһында шунда уҡ уҡытыусыларына еткерә

Класташтарына атыу менән янағанКласташтарына атыу менән янаған
Класташтарына атыу менән янаған

Ғәҙәттән тыш хәл Күгәрсен районының Мораҡ ауылында теркәлә. 1-се  мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы дөйөм чатта класташтарына атыу менән янай.

Ҡоттары осҡан уҡыусылар сәйер хәбәр тураһында шунда уҡ уҡытыусыларына еткерә. Мәктәп етәкселеге инцидент тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Иртә менән мәктәпкә полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре, ҡотҡарыусылар йыйыла, уҡыусылар һәм уҡытыусыылар эвакуациялана.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, 9-сы класс уҡыусыһы урындағы полицияға килтерелә. Ул тулыһынса ғәйебен таныған. Хәл-ваҡиғаны асыҡлау буйынса тикшереү эштәре дауам итә, енәйәт эше асыу мәсьәләһе ҡарала.

Оҡшаш хәл Өфөлә лә теркәлә. Кисә иртән баш ҡаланың 37-се, 126-сы, 137-се мәктәптәрендә, 155-се лицейында, 159-сы белем биреү үҙәгендә лә уҡыусыларҙы эвакуациялайҙар. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уҡыу йорттары биналарында ентекле тикшереү уҙғарған.

Күмәк эвакуациялауҙың сәбәбе шикле предметтар тураһында аноним шылтыратыуҙар. Мәктәптәрҙә тикшереүҙәр бара.

КП - Уфа фотоһы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас