Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 10:06

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Әлиә Сөләймәнова сығышы менән Дүртөйлө районының Аташ ауылынан. Йыр-моңға күңеле тартылһа ла, балаларҙы яратыуы тәрбиәсе һөнәрен һайларға этәргес була.

Педагогия колледжын тамамла­ғандан һуң, йәш белгес  балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. “Бәләкәстәр донъяһы ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та. Һәр бала үҙен­сәлекле, ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас ғәмәлдәр өсөн тыуа”, – ти ул.

Заман талабы йәштәргә, бер урында тороп ҡалмайынса, төрлө йүнәлештәрҙе үҙләштерергә, артабан үҫергә мәжбүр итә. Өфөгә күскәс, Әлиә үҙе өсөн яңы өлкәне өйрәнә башлай, матурлыҡ индустрияһы нескәлектәренә төшөнә.  Ҡатын-ҡыҙҙың күңел  донъяһы ла, тышҡы ҡиәфәте лә матур булырға тейеш, шул саҡта ғына ул үҙен бәхетле, тулыһынса камил тоясаҡ, тигән фекерҙә ул. Бәхетле ҡатын-ҡыҙ иһә ғаиләһенә лә, яҡындарына ла йылы нур бөркөп йәшәйәсәк. Әлиәнең хыялы – матурлыҡ салоны асып, гүзәл заттарға бөхтә, тәрбиәле булырға ярҙам итеү.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:

bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыу­ҡай­ҙар үҙҙәре менән та­ныш­тыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһа­лая­саҡ. Интернет киң­лек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” но­ми­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала­саҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

- Рәзилә АБЫҘГИЛДИНА

Читайте нас