

Әгәр ҙә Өфөнөң, тотош Башҡортостандың символы булған, Европала иң ҙурҙан һаналған атлы статуяны рәткә килтермәһәк, бер көн килеп уны юғалтыу ҡурҡынысы бар.
Урыны-урыны менән тутыға, сәрпәкләнә башлаған мәғрур ат һыны, Салауат батырҙың ихтыярлы йөҙө, тутығыу билдәләре ярылып ятҡан ҡулдары... Был күренеш ниндәйҙер фантазияға ҡоролған фильм кадрҙары түгел, ә ысын фото, видеоһүрәттәр. Яҡындан, төрлө ракурстан төшөрөлгән ысынбарлыҡты ҡарағас, Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция кәрәккәненә бер тамсы ла шик ҡалмай. 1967 йылдан алып күпме ваҡыт үткән бит...
Милли батырыбыҙ һәйкәленә реконструкция үткәреү хаҡында һүҙ сыҡҡас, йәмәғәтселек урынһыҙ хафаға ҡалды: Өфө менән бер бөтөнгә, уның кәүҙәләнешенә әйләнгән скульптуранан бөтөнләй яҙмаҫбыҙмы? Социаль селтәрҙәрҙә төрлө имеш-мимеш һүҙ ҡуйырҙы, йәнәһе, Салауатты кире урынына ҡуймауҙары ихтимал. Ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ошондай ялған хәбәрҙәрҙе туҡтатыу маҡсатында, республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов йәмәғәтселекте асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залының конференциялар залында үткән һөйләшеүгә мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн яуаплы етәкселәр, билдәле ғалимдар, һынлы сәнғәт өлкәһе белгестәре, йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылды.
Тамырҙары Башҡортостандан булған танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков та, видеобәйләнешкә сығып, батыр һәйкәлен йүнәтеүгә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты, белгес күҙлегенән сығып, уға реконструкция кәрәклеген дәлилләне.
Алда әйтелгәнсә, экран аша күрһәтелгән күңелһеҙ кадрҙарҙы ҡарағас, бының ысынлап та шулай икәненә залда ултырған һәр кем инанды (фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоларында ла һәйкәлдең мөшкөл хәле асыҡ күренә).
...2019 йылда Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге белгестәре Салауат һәйкәлен ҡарағанда бик күп етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Шунан бирле генә лә коррозия майҙаны 10 процентҡа артҡан, постамент ете сантиметрға түбәнәйгән, ялғау йөйҙәре тағы ла мөшкөлөрәк хәлгә килгән, һәйкәл аҫтындағы ҡая тоҡомоноң елгә ярылыуы, йыуылыуы дауам итә. Белгестәр билдәләүенсә, бында өлөшләтә майҙандағы фонтанға килгән һыу юлдары ла сәбәпсе. Шуға ла ҡурғандың тупрағын нығытыу – реконструкция эштәренең иң мөһим өлөштәренең береһе.
Тышҡы яҡтан һәйкәлдең тутығыуына тәбиғи сәбәптәр, йәғни һауа шарттар, “ғәйепле” булһа, эске яҡтан уның ҡыуышында конденсат барлыҡҡа килеүе сереүгә килтерә.
“Сатнаған урындарынан ҡоштар инеп, шунда оя ҡора. Һәйкәл аҫтындағы ер ҙә яйлап убыла. Шундай ҡурҡыныс күренеш күҙ алдына килеп баҫа: берҙән-бер көн һәйкәл Ағиҙелгә ишелеп төшөргә мөмкин. Физика ҡанундары бик теүәл эшләй, шуға күрә беҙҙең бурыс – һәйкәлде быуаттарға етерлек итеп һаҡлау. Яңы технологияларҙы ҡулланып йүнәткәндә, ул тағы ла быуаттан ашыу ремонтһыҙ тора аласаҡ. Баш ҡаланың символын иғтибарһыҙ ҡалдырыу иң насары булыр ине”, – тип билдәләне Азат Бадранов.
Документтар буйынса килешеү эштәренең бик оҙаҡ ваҡытты алыуы ихтимал. Эш барышы раҫланғас, һәйкәлде йүнәтеүҙе яҡынса киләһе йылдың май айы тирәһендә башлау күҙаллана. Графиктан тайпылыш булмаһа, техник шарттар күҙәтелһә, эштәрҙе туғыҙ айҙа тамамларға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр.
Монументаль һәйкәлдең тышҡы күренешен үҙгәрешһеҙ ҡалдырыр өсөн, уны урынынан алырҙан алда 3D форматында төшөрөп аласаҡтар. Төҫөн дә иң баштағына мөмкин тиклем яҡынайтыу маҡсатында һәүерташтыҡы ише һоро төҫ (сланцево-серый – Р.Ғ.) менән ҡапларға ниәтләйҙәр.
Республика хөкүмәте вице-премьерына йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, ғалимдар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе һәм аныҡ, хәүефләнеүгә урын ҡалдырмаҫлыҡ теүәл, аныҡ яуап алды.
Ремонт эштәре йәмәғәт советы күҙәтеүендә барасаҡ. Унда халыҡ араһында хаҡлы абруй яулаған шәхестәр инергә тейеш. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ошондай кешеләрҙе туплаған исемлек әҙерләй, ул йәмәғәтселек фекеренән сығып төҙөләсәк. Был реконструкция эштәренең асыҡ барасағы тураһында һөйләй, халыҡ араһында һәйкәлгә ҡағылышлы төрлө борсолоуҙарға урын ҡалдырмай.
“Радий Фәрит улы ла һәйкәлдең яҙмышы, халыҡтың хәүефләнеүе өсөн борсола. Шуға ла йәмәғәтселек вәкилдәрен ошондай асыҡ һөйләшеүгә йыйыу фекерен еткерҙе”, – тине Азат Бадранов.
Һөйләшеү бик ыңғай тамамланды, йәмәғәтселек вәкилдәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
Батырҙың һәйкәле реконструкцияланырға тейеш. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ тип баһаланған скульптураны киләсәк өсөн һаҡлап ҡалыу бурысы тора, һәм бында бер ниндәй ҙә сәйәси мәғәнә эҙләргә кәрәкмәй – шуны һәр кем асыҡ аңлаһын ине.
Салауат Щербаков, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, күренекле скульптор:
“Һөйләшеүҙә төрлө яҡтарҙың ҡатнашыуы яҡшы. Халыҡтың рухи мираҫына ҡарата борсолоуҙар күп яңғыраны. Салауат Юлаев образы башҡорттар өсөн иҫ китмәле мөһим! Үҙ атайым аша ла быны хәтерләйем, ул бит юҡҡа ғына миңә ошо исемде бирмәгән. Шуға хәл итәйек: һәйкәл реставрацияға мохтажмы-юҡмы? Яуап көн кеүек асыҡ. Ул һаҡлап ҡалынырға тейеш – бының менән бөтәһе лә килешә. Бер нәмә лә килеп сыҡмаһын әйҙә, тип уйлаған ниндәйҙер ойошма йә яман кеше юҡ, тип иҫәпләйем. Башҡортостанда ундай персонаждың булыуы ла мөмкин түгел. Бөтәһенең дә маҡсаты бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа! Тәрән тикшеренеүҙәр үткәрелгән, проект әҙер, әле раҫлана — быныһы ла билдәле.
Һәйкәлде алмаштырыу ихтималлығы тураһында. Ысынлап та, ҡайһы бер ерҙә шулай эшләгәндәре мәғлүм. Мәҫәлән, Флоренциялағы Микеланджелоның мәрмәр “Давид”ы дүрт йөҙ йыл торғандан һуң, уны һаҡлау маҡсатында Художество академияһына алып ҡуйып, урынына күсермә ҡуялар. Парижда ла мәрмәр статуяларҙы Луврға алалар һәм шулай уҡ күсермәгә алмаштыралар, әммә Өфөлә суйындан ҡойолған төп нөсхә торасаҡ.
Техник яҡтан ҡарайыҡ. Беренсе хәүеф – ер аҫтында, йәғни тупраҡ, тау битләүе, постаментҡа ҡағылған һорауҙар. Икенсеһе – каркастың иҫкереүе. Скульптураларҙың эсе ҡыуыш була, улар ике өлөштән тора: эске нигеҙ һәм тышҡы яҡ, “ҡабыҡ” тиергә мөмкин. Үҙ ваҡытында атаҡлы “Эшсе менән колхозсы ҡатын” һәйкәлен дә каркас арҡаһында реставрацияларға тура килгән, ә тышҡы яғы – титандан. Ә Салауат Юлаев һәйкәле ғәҙәти булмаған материалдан – суйындан эшләнгән. Ул 60-сы йылдарҙа скульптура өсөн яңылыҡ булған. Суйын тутыға. Хәҙер каркасты тутыҡмай торған материалдан эшләйҙәр.
Скульптураға ҡағылышлы проблемалар хаҡында һөйләшәйек. Бында иң мөһиме – уның терәүе. Римда Марк Аврелийға ҡуйылған һәйкәл менән шулай килеп сыҡҡан: статуя өс нөктәгә терәлеп тора, ә ваҡыт үтеү менән спираль буйынса бөгөлә башлай. Тәүге хәленә ҡайтарыр өсөн компьютерҙа моделләштерәләр. Әле Петербургта Николай Беренсенең һәйкәлен йүнәтәләр, уны йылыға, махсус бинаға урынлаштырғандар. Салауат һәйкәлен шул уҡ урында реставрациялау көтөлә, һәм был мөмкин дә.
Реставрация өсөн нимә кәрәк? Күтәрә торған ҡоролмалар һәм каркасҡа барып етеү мөмкинлеге. Тышҡы яҡтан сатнаған урындар косметик етешһеҙлекте аңлатһа ла, шулай уҡ мөһим.
Шулай итеп, өс этап: тупраҡ-постамент, каркас һәм тышҡы күренеше. Конденсатты, йәғни электр парҙарын булдырмаҫҡа кәрәк, сөнки ул да коррозияға илтә.
Әле белгестәрҙе тыңлап ултырғандан шул аңлашыла: Өфөлә был мәлдәр шул тиклем тәрән өйрәнелгән, теманы ныҡ яҡшы беләләр. Йәмәғәтселек яғынан булышлыҡ, аңлау булһа, барыһы ла килеп сығыр. Ышаныс күрһәтһәләр, яуаплылыҡ та шул тиклем нығыраҡ арта”, – тип фекерен еткерҙе билдәле скульптор.
Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле ғалим:
– Әлеге фекер алышыу мине ныҡ ҡәнәғәтләндерҙе. Һөйләшеү эшлекле булды. Йәмәғәтселек үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды. Вәкилдәргә эштең барышы менән танышып барыу мөмкинлеге бирелә, шуныһы айырыуса ҡыуандырҙы.
Йәмәғәтселектең миссияһы нимәлә? Был яуаплы эшкә фатихаһын биреүҙә. Һәйкәлгә бәйле проблемалар бик ентекле өйрәнелгән. Яҙмаларҙан уға етди төҙәтеү эштәре үткәрергә кәрәк икәнен күрҙек, улар барыһы ла билдәләнгән.
Һөйләшеүҙә Салауат Александр улы Щербаковтың ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Ул, белгес күҙлегенән сығып, эштең ниндәй этаптарҙан торорға тейешлеген аныҡ билдәләне. Билдәле скульпторҙың был өлкәлә тәжрибәһе лә, белеме лә ныҡ ҙур. Донъя илдәре, үҙебеҙҙең Мәскәү, Санкт-Петербург миҫалында бындай һәйкәлдәрҙе реконструкциялау тәжрибәһе тураһында аңлатып китеүе лә бик яҡшы булды.
Дөйөм һығымта шундай: реконструкция кәрәк. Беҙ фәҡәт уға булышлыҡ итергә, ҡатнашырға, тәҡдимдәребеҙҙе әйтергә, эш барышы буйынса килеп тыуырға мөмкин булған һорауҙарҙы еткереп барырға тейешбеҙ. Реставрация дөйөм халыҡ эше булып күҙ алдына килә, тиергә була.
Нәзир ҠОЛБАХТИН, билдәле ғалим-тарихсы:
– Осрашыуҙан бик ҡәнәғәтмен. Был мәсьәлә буйынса шундай асыҡ һөйләшеү кәрәк ине. Хөкүмәттә халыҡтың борсолоуҙарын ишеткәнгә, уға ҡолаҡ һалғандарына, ошондай фекер алышыуға саҡырғандарына рәхмәт. Һәйкәлде һаҡлап ҡалырға, бының өсөн төҙәтеү эштәрен үткәрергә кәрәк икәне асыҡ.
Техник һорауҙар буйынса белгестәр фекерен ишеттек. Хәҙерге технологиялар ғәйәт юғары кимәлгә күтәрелде, шуға ла ул яҡтан борсолорға урын юҡ, мәсьәләне хәл итерҙәренә шик тә юҡ. Миңә, тарихсы булараҡ, һәйкәлдең иҫән булыуы, тергеҙелеүе, урынында ҡалыуы мөһим.
Халыҡ хәҙер бар нәмәне лә интернеттан уҡып белә. Уның аша файҙалы ғына түгел, ә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булыр-булмаҫ фекерҙәр ҙә таратыла, халыҡ шуға ышана, алдана, арбала... Салауат батыр һәйкәлен реставрацияға тип алып, яңынан ҡуймаҫҡа итәләр икән, тигән имеш-мимеш тә шунан таралды. Бының уйҙырма икәнен шунан да аңлап була бит: Салауат һәйкәле Башҡортостандың гербында, флагында һынландырылған. Шулай булғас, нисек уны алыу тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? Халыҡ ошоно төшөнһөн һәм теләһә ниндәй, бер ниндәй дәлилһеҙ таратылған уйҙырмаларға ышанмаһын ине!
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.