Йәмғиәт
22 Октября 2021, 12:00

Тыуған йортома ҡайтҡым килмәй

Мин уларға хеҙмәтсе ролендә генә кәрәк кеүекмен. Әллә яңғылышаммы икән?

Тыуған йортома ҡайтҡым килмәйТыуған йортома ҡайтҡым килмәй
Тыуған йортома ҡайтҡым килмәй

“Мин ғаиләлә иң оло бала, мәктәптә уҡыған ике ҡустым, өс йәшлек һеңлем бар. Туғандарым менән минең атай башҡа, әсәй бер. Әсәйем миңә ике йәш саҡта атайымдан айырылған һәм миңә һигеҙ йәш булғанда ошо кешегә тормошҡа сыҡты.

Үгәй атайҙы насарлап та, маҡтап та һүҙ әйтә алмайым, ҡырыҫыраҡ, аҙ һүҙле кеше. Мине ҡыйырһытманы ла, шул уҡ ваҡытта яҡшы һүҙ ҡушып, хәлемде һорашып ултырыуын да иҫләмәйем. Әсәйем һәр ваҡыт уға ярап йәшәргә тырышҡан кеүек. Ғаиләбеҙҙә мин электән үҙемде ят бауыр кеүек тойҙом. Бала саҡта быны аңлап етмәй инем, хәҙер инде бик яҡшы аңлайым.

Бына ике йыл инде мин ситтә, яҡындағы ҡалалағы медицина колледжында уҡыйым. Аҙна һайын ауылға ҡайтырға тырышам. Тик өйҙә мине артыҡ һағынып көтмәйҙәр кеүек. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән үтә: аҙна буйына йыйылған керҙе йыуам, өйҙө йыйыштырып, иҙән йыуам, мунса яғам, ҡустыларҙың мәктәп кейемен – салбар һәм күлдәктәрен үтекләйем, бүлмәләш ҡыҙҙарға күстәнәс итеп берәй тәмлекәс бешерһәм, мотлаҡ ҙур ғаиләбеҙ өсөн дә бешерергә тейешмен. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдағы эштән арып килеп, биш көн уҡыу барышында ял итәм, тип әйтергә кәрәктер.

Был хаҡта нилектән ныҡлап уйлана башланыммы? Күптән түгел бүлмәләш ҡыҙым ял көнөнә үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Иҫем китеп йөрөп килдем. Беҙҙе уның ата-әсәһе оло ҡунаҡтай күреп, тәмле аштар, әллә нисә төрлө ҡамыр ризыҡтары бешереп ҡаршы алды. Мунса әҙер, өй таҙа, йылы. Мин өйрәнелгән ғәҙәт буйынса “Берәй нәмә эшләшергә кәрәкмәйме?” тиһәм, әсәһе “Юҡ, юҡ, һеҙ бит ялға ҡайтҡанһығыҙ, рәхәтләнеп ял итегеҙ”, тип кенә тора. Аптырап әхирәтемдән: “Һин өйҙә бөтөнләй эш эшләмәйһеңме әллә?” – тип һорап ҡуйҙым. “Әлбиттә, ярҙам итешәм. Әле бит баҡсала эштәр бөткән, шуға артыҡ мәшәҡәт тә юҡ”, - тип яуапланы.

Йәкшәмбе көнө әхирәтемдең әсәһе ике-өс төрлө бәлеш бешерҙе (беҙ ҙә ярҙам иттек, әлбиттә), тағы әллә ниндәй тәмлекәстәр менән сумкаһын тултырҙы, атаһы машина менән туҡталышҡа алып барып, оҙатып ҡалды. Уларҙағы йылы ғаилә мөхитенә, “балам” тип өҙөлөп тороуҙарына күҙем ҡыҙып ҡайттым. Әсәйем ҡасан миңә шулай йылы итеп өндәште, хәлемде һорашты икән? Мин уларға хеҙмәтсе ролендә генә кәрәк кеүекмен. Әллә яңғылышаммы икән? Һәр хәлдә әхирәтем менән үҙемдең тормошомдо сағыштырып, хәҙер өйгә лә ҡайтҡым килмәгән кеүек...”

(Айгөл исемле ҡыҙҙың яҙмаһы).  

Фото: goodfon.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас