Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 09:25

Урта Рәсәй урман бал ҡорто

Ҡотолоу юлы – көслө ғаиләләрҙә.

Ул Рәсәйҙең, Белоруссияның урманлы зонаһында, Балтик буйы илдәрендә районлаштырылған. Урта Рәсәй тоҡомло ҡорттар Италия тоҡомона ҡарағанда әҙерәк. Эшсе бал ҡорттарының томшоғоноң оҙонлоғо 5,9–6,3 мм. Инә ҡорттоң үрсеү һәләте (йомортҡа һалыу) ҡорт ғаиләләренең иң ҡыҙыу үҫеше осоронда тәүлеккә 1500–2000 йомортҡа тәшкил итә.

 

Асыулы, күс айырыуға әүәҫ...

 

Ҡорттоң тәне көңгөрт-һорғолт төҫлө, һары төҫ ҡатышмай. Балдың көбө (балауыҙ япмаһы) аҡ “ҡоро”, йәғни кәрәҙ күҙәнәктәренә тулты­рылған бал менән балауыҙ япмаһы араһында бик бәләкәй үлсәмдә бушлыҡ бар, шуға ла аҡ төҫ өҫтөнлөк итә.

Ояны тикшергән саҡта был ҡорттар үҙҙәрен агрессив, уҫал тота, бик ныҡ тынысһыҙлана, аҫҡа ҡасып төшә һәм рамдың түбәндәге бурсаһында бергә уҡмашып, тәлгәшләнеп һалынып тора. Кире фототаксис, йәғни кәрәҙҙең яҡты яғынан ҡараңғы яғына китеү ныҡ күҙәтелә. Ояларҙы сит бал ҡорт­тары һөжүменән насар һаҡлайҙар. Ояны бал ҡорто елеме менән уртаса һылайҙар. Урта Рәсәй бал ҡорттары яланға һуңыраҡ осоп сыға һәм умартаға иртәрәк әйләнеп ҡайта, был һәләте менән көньяҡ (Кавказ) ҡорттарынан айырылып тора. Бал йыйыу мәле башланыу менән беренсе сиратта балды ояның өҫкө өлөшөнә, йәғни умарта­ның өҫтәмәһенә (магазинға) йыялар, унан ғына оя корпустарына күсәләр.

Был ҡорттарҙың балауыҙ бү­леүсе биҙҙәре һәм балауыҙ төҙөү инстинкты яҡшы үҫешкән. Серек ауырыуҙарына, рәшә бал токсикозына һәм нозематозға (ҡорттарҙың йоғошло эс китеүе), көньяҡ тоҡомло ҡорттарҙан айырмалы рәүештә, бик бирешеп бармайҙар.

Ыңғай шарттар булған тәҡдирҙә йүкәнән, кипрейҙан (иван-чай) һәм ҡарабойҙайҙан төп бал йыйыуға ҙур көс туплайҙар. Башҡа тоҡом ҡорттарына ҡарағанда йүкәнән һәм ҡарабойҙайҙан һутты йәһәтерәк йыялар, йүкәнән ҡыҫҡа ғына ваҡыт­лы бал йыйыуҙы яҡшы файҙала­налар. Ҡышҡы һыуыҡтарға ҡарата юғары сыҙамлы был ҡорттар урманлы зона­ның ҡаты һыуыҡ шарттарына бик яҡшы яраҡлашҡан. Улар, көньяҡ тоҡомло ҡорттарға ҡарағанда, бик урлашып бармай.

Урта Рәсәй ҡорттарының кире сифаттары: улар бик асыулы һәм күс айырыуға әүәҫ. Ҡайһы бер йылдарҙа умарталыҡтағы бөтә ҡорттар ғаиләләренең 80-90 процентҡа тиклем күс айырыу хәленә килә. Умарта эсенә һа­лынған инә көбөләренең уртаса һаны 25–30-ға тиклем етә. Умартасы инә көбөләрен юҡ итеп йәки ояларҙы ҡапыл киңәйтеп ебәреп кенә күс айырыу хәленең барлыҡҡа килеүен һәр ваҡытта ла туҡтата алмай. Был осраҡта ғаиләнең көнөнә 2,5–3 кг бал йыя башлауы ғына ярҙам итергә мөмкин. Ғәҙәттә, күс айырыу осоронда, ҡапыл көслө бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) башланһа, ҡорттар оялағы бөтә инә ҡорттарҙың көбөләрен емерә, кимереп юҡ итә һәм бал йыйыуға тотона. Ҡорттарҙың бындай ҡылығы шуның менән аңлатыла: һут йыйыу инстинкты үрсеү – айырыу инстинктынан өҫтөнлөк ала.

Эҫе климатлы көньяҡ райондарында урта Рәсәй ҡорттары насар үҫешә, бик тиҙ сырхаулай һәм балды әҙ бирә.

 

Башҡорт солоҡ ҡорто

 

Башҡортостандың тау-урман зонаһында һаҡланып ҡалған урта Рәсәй тоҡомоноң тәбиғи популя­цияларының береһе ул. Был популяция ҡорттары әлеге көндәргә тиклем тәбиғи ағас ҡыуышында, йәғни кеше әҙерләгән солоҡтарҙа йәшәй. Тәбиғи шарттарҙа был ҡорттарҙың йәшәү урыны Бөрйән районында Ағиҙел буйы, Ҡужа һәм Оло Нөгөш йылғалары үҙәндә­рендә урынлашҡан.

Бөтә был төбәккә ҡышҡы һы­уыҡтарға ныҡ сыҙамлы һәм бал йыйыуҙың урындағы тибын (йүкәне) файҙаланыуға юғары һәләткә эйә булған ҡара төҫлө урман ҡорт­тарының берҙәм популяцияһы урынлаштырылған. Эшсе бөрйән бал ҡорттарының томшоғоноң оҙонлоғо – уртаса 6,0–6,2 мм. Бөрйән солоҡ ҡорто урта Рәсәй тоҡомоноң иң таҙа популяцияһын тәшкил итә, ул иһә Көньяҡ Уралда кәм тигәндә мең йыл самаһы  йәшәй, ә Бөрйән районы – ҡырылмай-ҡаҡшамай һаҡланған ҡомартҡы кеүек таҙа, саф килеш йәшәгән берҙән-бер төбәк. “Баш­ҡортостандағы солоҡсолоҡ утрауы, – тип яҙҙы илебеҙҙең танылған журналисы Василий Песков, – боронғо замандың баш һөйәге лә, элекке шөғөлдәр тураһында таштағы яртылаш юйылған яҙыу ҙа түгел, бәлки заман төпкөлөнән беҙгә тиклем еткән йәнле эш ул! Ҡыҙҙар сафлығындағы Бөрйән урманы — юғарынан осоп үткән самолеттар геүләгән тауыш аҫтында кеше ерҙә мамонттар йәшәгән саҡта уҡ ата-бабалары башҡарған элекке эште дауам итеүсе берҙән-бер урын” (Ҡырағай бал. “Комсомольская правда”, 1981 йыл, 5 декабрь).

 

Башҡорт солоҡ ҡорто

Башҡортостандың солоҡ ҡорттарын һаҡлау, өйрәнеү һәм үрсетеү эше менән был маҡсатта махсус рәүештә 1958 йылда төҙөлгән Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы шөғөлләнә. 1986 йылда ул үҙаллы “Шүлгәнташ” тәбиғи ҡурсау­лығына әйләндерелде. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә бөрйән ҡорттары ябылған солоҡтар, түмәр умарталар һәм рамлы умарталар урынлаштырылған.

Ҡурсаулыҡ эшселәре был ҡорт­тарҙың биологик үҙенсәлектәрен өйрәнә, уларҙың файҙалы сифаттарын селекциялай һәм, урта Рәсәй тоҡомло ҡорттарҙың ҡиммәтле популяцияһы булараҡ, ҡырағай бөрйән ҡорттарының үрсетеү эше менән шөғөлләнә. Ҡурсаулыҡтың бурысы тоҡомсолоҡто үҫтереү маҡсатында солоҡ ҡорттарын һаҡлау, өйрәнеү, үрсетеү һәм файҙаланыу.

 

Бал ҡорто ғаиләләре

 

Бал ҡорттары ғаиләләрен, улар­ҙағы ҡорттар күплегенә ҡарап, көслө ғаиләләргә, уртасаға һәм көсһөҙҙәргә бүләләр. Ғәҙәттә, ҡорт ғаиләләренең көсө умарталағы рамдар һәм “урам”дар (ике рам араһындағы буш урын) һанына ҡарап үлсәнә. Шундай тәртип ғәҙәткә ингән: бер оя стандарт рамға (435x300 мм) йәки “урам”ға уртаса 2000–2500 ҡорт урынлаша, уларҙың ауырлығы 200–250 г тәшкил итә (ояның ситке рамдарында ҡорттар кәмерәк, уртала бер аҙға күберәк була, йәйге эҫе көндәрҙә кире күренеш күҙәтелә).

Иртә яҙ һәм көҙ аҙағында Баш­ҡортостан шарттарында көслө ғаиләләр тип ҡорттар тулыһынса 8-9 һәм бынан да күберәк рамды ҡаплаған ғаиләләрҙе һанайҙар. Һөҙөмтәлә яҙғы һәм көҙгө осор­ҙарҙа бындай ғаиләләрҙә ҡорттар массаһы ауырлығы уртаса ике килограмға яҡын тарта, был иһә 20 000 тирәһе ҡортҡа тура килә. Йәйен инде ҡорттар һаны ғаиләлә ике-өс тапҡырға арта. Шундайыраҡ һирәк-һаяҡ осраҡтар ҙа күҙәтелә: бигерәк көслө ғаиләләр төп бал йыйыу осорона 6-7 килограмға барып етә. Ғәмәлдә иһә бөтә ғаиләләрҙе бындай тиклем көскә эйә булыуға алып барыу ауырға төшә. Ғәҙәттә, умартасылар ғаиләлә ҡорттар массаһын уртаса 5 килограмға тиклем еткереү менән сикләнә. Төп бал йыйыу алдынан умартаның бер корпусын ҡорт­тар биләүсе ғаиләләр (2,5–3 кг ҡорт) юғары етештереүсәнле була алмай. Көслө ғаиләләр иң мөһим, төп бал йыйыу алдынан 20–24 рамды һәм унан да күберәкте биләргә һәм хеҙмәтләндерергә тейеш. Был иһә ике корпусҡа тигеҙ (йәки бер оя корпусы һәм ике магазин икәнлекте аңлата).

Көслө ғаиләләрҙә үҫкән ҡорттар

 

* Көслө ғаиләләрҙә көсһөҙҙәргә ҡарағанда йәш ҡорттарҙы үҫтереү өсөн яҡшыраҡ туҡланыу һәм йылылыҡ шарттары булдырыла; ояның микроклиматы ла (температураның, дымлылыҡтың, газ алмашыныуҙың торошо) тотороҡлораҡ була.

* Көслө ғаиләләрҙә үҫкән йәш ҡорттарҙың томшоғо оҙонораҡ, мускулдары һәм ҡанаттары нығыраҡ үҫешкән, бал бөрләтәүенең күләме ҙурыраҡ.

* Ҡорттарҙың ғүмере көсһөҙ ғаилә ҡорттарыныҡына ҡарағанда 10 көнгә оҙонораҡ.

* Көн итмештең уңайһыҙ шарттарын еңелерәк үткәрәләр һәм яҡшыраҡ ҡышлайҙар.

* Ҡышлау осоронда тере масса берәмегенә (1 кг ҡортҡа) аҙыҡты аҙыраҡ тотоналар.

* Яҙ яҡшыраҡ һәм тиҙерәк үҫешәләр.

* Яҙ тиҙ үҫешеү һөҙөмтәһендә иртә бал йыйыу мәлен (мәҫәлән, талдан, сағандан, һары акациянан, емеш-еләк ҡыуаҡтарынан) яҡшы файҙаланалар һәм бер ни тиклем бал запасын туплайҙар.

* Инә ҡорттар көслө ғаиләләрҙә иртә яҙ йомортҡаларҙы байтаҡҡа күберәк һала.

* Ҡорттар ҡарышлауыҡтары 1,5 тапҡырға ауырыраҡ тарта.

* Ҡорттар массаһы 7,3 про­центҡа ауырыраҡ.

* Ҡорттарҙың аяҡтарында йоморса (һеркә массаһы) 5–7 миллиграмға күберәк.

* Ауырыуҙарға бирешмәүсәне­рәктәр, һирәгерәк ауырыйҙар һәм аҙыраҡ сафтан сығалар.

* Аҙыраҡ тәрбиә һәм хеҙмәт һалыу талап итәләр.

* Бал биреү юғары, йәғни абсо­лют һандарҙа күберәк бал йыялар, тере масса берәмегенә лә (1 кг ҡорттар) бал күберәк тура килә:

1 кг ҡорт 7 кг бал йыйған, 1 кг-ға – 7 кг бал;

4 кг ҡорт 48 кг бал йыйған, 1 кг-ға – 12 кг бал;

6 кг ҡорт 76 кг бал йыйған, 1 кг-ға – 13 кг бал.

* Кәрәҙҙәрҙе күберәк төҙөйҙәр һәм бөжәктәр менән һеркәләнгән ауыл хужалығы культураларын әүҙемерәк һеркәләндерәләр.

* Бары тик көслө ғаиләләр булғанда ғына, күс ҡорт айырыу йәки бүлеү юлы менән яңы ғаиләләр алырға мөмкин.

Көслө ғаиләләрҙең юғарыла һанап кителгән бөтә өҫтөнлөктә­ренән сығып, һеҙ йорт яны умарта­лығында бары тик көслө бал ҡорто ғаиләләрен генә тоторға кәрәкле­генә ышанғанһығыҙҙыр.

 

- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.

Читайте нас