Йәмғиәт
22 Октябрь 2021, 09:17

Һынмаҫ рухлылар

Яҙмыш алдында теҙләнмәгән Ҡунаҡҡоловтар.

Һуңғы арала социаль селтәрҙә киң танылыу яулаған ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар тураһында барыһы ла беләлер, моғайын. Тәүгеләрҙән булып улар менән Рәхимә Мусина, яҡындан танышып, “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә яҙа.

 

Тормоштан йәм табып

 

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡ­ҡоловтар нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскала ултырырға мәжбүр. Әммә уларҙың яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бынамын итеп донъя көтөүҙәре күптәрҙә һоҡланыу уятһа, ихтыяр көстәре хайран ҡалдыра. Төрлө матбуғат сараларында, телевидение-радио тапшырыуҙарында Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәйеше хаҡында күп яҙылды, күп әйтелде. Уларҙың төп проблемалары –  йорттарына һыу үткәреү, газ индереү мәсьәләләре лә аҡрынлап хәл ителә. Баш­ҡорт­остан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та көслө рухлы Әбйәлил ир-азаматтарының яҙмышына битараф ҡалманы, уларҙың йортона һыу үткәреү мәсьәләһендә  ҙур ярҙам күрһәтте.

Әгәр ҙә Ҡунаҡҡоловтарҙың барлығын тәүгеләрҙән булып хәбәрсе Рәхимә Мусина бар республикаға танытһа, ә инде Рәхмәт ауылында йәшәгән, Йәнекәйҙә бер аҙ клуб мөдире булып эшләп алған Идиә Ғәлимова был егеттәргә рухи яҡтан терәк һәм кәңәшсе генә түгел, күп эштәренә башланғыс биреп, уны тормошҡа ашырыусы  булып тора. Тап ошо ике тынғыһыҙ ҡатын-ҡыҙ арҡаһында бөгөн Ҡунаҡҡоловтар тормошҡа яңыса ҡараш ташлап, алға ҙур пландар ҡуйып йәшәй.

 

Бәлә ишек шаҡып килмәй

 

Ҡарап тороуға егеттәргә тормоштарында ҙур ауырлыҡтар, төрлө тетрәнеүҙәр кисерергә тура килгән тип һис тә уйламаҫһың. Үҙ-ара мәрәкәләшеп һөйләшәләр, күҙҙәрендә осҡон уттары ла ҡа­бынып китә, коляскаларынан тороп, йүгереп китерҙәй тойола... Иң мөһиме – бер-береһенә шул тиклем йылы мөнәсәбәттә, үҙ-ара татыу һәм берҙәм булыуҙары тәү күргәндә үк күҙгә ташлана. Бер нисә сәғәт аралашҡан арала, Ҡунаҡҡоловтарҙың бер генә мәр­тәбә лә яҙмыштарына зар­лан­ғанын ишетмәнем, киреһенсә, улар­ҙың шул тиклем көслө рухлы булыуҙарына һоҡландым! Көн­һайын йәшәү өсөн көрәш барғанда, ғазап һәм әрнеү аша йылмайғанда ла, уларҙың йөҙҙәре шул тиклем нурлы, һәр иртәнге көнгә ышаныс менән ҡарай. Алдан бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ, шылтыратыуһыҙ бар­һаҡ та, беҙҙе күптәнге дуҫ­тары кеүек ҡабул иттеләр, ниндәйҙер бер йылылыҡ менән аралаштылар, хатта ҡайтыр мәл еткәс, ебәргеләре килмәй бер булдылар.

Юлдашым Мәҙинә Ибраһи­мова менән Йәнекәй ауылына ингәс тә, тәғәйенләнгән йортто тиҙ таптыҡ. Һаҡ ҡына ҡапҡаны асып, урамға ине­үебеҙ булды, беҙҙе йылмайып Рафиҡ менән Рәфис ҡаршы алды. “Әллә беҙҙең килеүебеҙҙе белеп торғандармы, был егет­тәр?” – тип шаяртып улар менән һаулашып, сәфәре­беҙҙең маҡса­тын аңлатып та өлгөрмәнек, йорт тупһаһында Гөлфиә күренде. Гөлфиә Хали­ҡова – Рафиҡтың кәләше.

Иң кеселәре Рәфис һүҙгә иң шаяны, ҡарап тороуға әртист тиерһең. Шунда уҡ һүҙеңә яуабын да таба, төрттөрөп таҡмағын да сығарып ҡуя. Һүҙгә лә маһир, ағаларына ла иғтибарлы, уларға идея биреүсе “кассир” ҙа, “банкир” ҙа булып сыҡты кинйәкәү. Ғаилә ҡорған Рафиҡ Ҡунаҡҡолов һәр һүҙен үлсәп, мәрәкәләп һөй­ләшергә ярата. Йыш ҡына ҡатыны Гөлфиәгә мөхәббәтле ҡарашын төбәп алырға ла өлгөрә, күпселек осраҡта бер һүҙле, бер уйлы булып та китәләр. Ә бына 51 йәшлек Фәйез ағайҙары һүҙгә әллә ни ҡыҫылмай ғына, ҡусты­ларының һөйләүҙәренә йылмая биреберәк, уларҙы йөпләп кенә ултырҙы. Ни тиһәң дә, ағай абруйы, ихтирамы барлығы һиҙелмәй ҡалманы: Рафиҡ та, Рәфис тә Фәйез ағалары яғына ҡарап, уның ҡарашынан ым-ишараһын тойоп ала.

Бәхет төрлө төҫтәрҙә килеүен яҡшы белә Ҡунаҡҡоловтар. Ғәм­һеҙ бала саҡтарын әле лә бер йылылыҡ менән хәтергә ала улар, үҫмер йылдарына ла зарлан­майҙар. Атта һыбай сабып, бер һелтәгәндә бер күбәне тейәп, ер емертеп эшләгән саҡтары ла була уларҙың. Әммә бәлә ишек шаҡып килмәй, тәүҙә ағаһы коляскаға ултыра, артабан Рафиҡ һәм 26 йәшендә типһә тимер өҙөрлөк Рәфистең дә аяҡтары тыңламай... Күпме дауаханалар ишеген тапарға, табиптарҙың оҙаҡ ваҡыт дөрөҫ диагноз ҡуя алмауҙары, ахыр сиктә, генетик сиргә бәйләп ҡуйыуҙарына күңелдәре менән ни тиклем риза булмаһалар ҙа, яҙмыштарына күнәләр. Ғаиләлә үҫкән алты ул һәм бер ҡыҙҙың яҙмышын бер епкә теҙеп булмай, ҡалғандары, Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙар, үҙ аяҡта­рында йүгереп йөрөйҙәр. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, ике туғандары вафат булып ҡала. Ә нисәмә йыл буйы ҡарағастай өс улдарының атлай алмай ултырыуҙарын күрергә мәжбүр булған ата-әсәһенең рухи ныҡлығына һәм сабырлығына һәйкәл ҡуйырлыҡ... Ата-әсәләре бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡала егеттәр. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡо­ловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләйҙәр һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыралар.

– Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. 165 мең һумға Абҙаҡтан бура алдыҡ, шуны 30 меңгә бураттыҡ, алты айҙа эшләтеп индек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡама­сауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9 бурабыҙ ултыра. Уны эшләп бөтһәк, Фәйез ағай менән шунда күсергә иҫәп, – ти Рәфис.

 

Гармун уйнап, таҡмаҡ әйтеп...

 

Рәфис әйтеүенсә, Фәйез ағаларының 45 йәшенә – гармун, алтын юбилейына баян алып биргәндәр. Гармунлы булғас, егеттәр төнө буйы йоҡламай, бер-береһенә  концерт ҡуйып сыҡҡан. Ағалары гармун төймәләренә баҫып, бар күңелендәге юшҡын­дарын сығарғандай, бер-бер артлы моңло көйҙәр һуҙһа, ҡусты­лары уға ҡушылып йырлаған. Төндә ауылдың бер яҡ осонда гармунлы моңдо тыңларға ауылдаштары ла йыйылыр булған. “Бер ваҡыт кискә табан ишекте бикләмәй, гармунда уйнап, йырлап ултырһаҡ, күрше бер ағай ингән дә өндәшмәй генә беҙҙең концертты тыңлап тик торған. Төнгә ҡарай ситке өй яғына сыҡһаҡ, тора бит теге күрше. Аптырап киттек, “индем дә моңдо өҙөргә баҙнат итмәнем”, ти,– тип хәтирәләрен һүтә Рәфис Ҡунаҡҡолов.

Беҙ ҙә, Фәйез ағайҙың ҡулына гармун тоттороп, бер аҙ уйнатып алдыҡ. Мәҙинә Рәсих ҡыҙы ла, егеттәрҙең күңеле булһын типтер инде, гармунда бер нисә йыр уйнап күрһәтте. Йыр-моңло аралашыу Рәфистең дәртле таҡмаҡ­тары менән тамамланды. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, кинйәкәүҙәренең йәнә бер таланты асылды: ул үҙе таҡмаҡтар сығарып, шунда уҡ көйгә һалып әйтеп тә ебәрә. Салауат ауылындағы хосписта ятҡанда таҡмаҡтарын бер дәфтәргә яҙып баралар, әле лә уның был ижады унда ятҡан ауырыуҙарҙың күңелен күтәрә икән. Беҙ уға таҡмаҡтарын барлап, бер урынға йыйып, видео­яҙмаға төшөргә лә тәҡдим иттек әле. Әбйәлил районында төрлө мәҙәни саралар  йыш үтеп тора, кем белә, бәлки, уның үҙен таҡ­маҡтары менән тиҙҙән сәхнәлә күрергә йә иһә видеояҙма аша танышырға ла мөмкин булыр.

 

Батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин

 

Алдан әйтеүебеҙсә, Ҡунаҡҡо­ловтарҙың уртансыһы Рафиҡ кәләше Гөлфиә менән матур итеп йәшәп ята. Ә бит осрашыуҙары ла, ҡауышыуҙары ла уйлама­ғанда килеп сыға. Сания һең­леһенең ҡыҙы Гөлзифа менән улы Данил апаларына (был яҡта әсәләренең ағаһына шулай тип өндәшәләр) һәр саҡ ярҙам итә, уларға булыша, күпселек ошонда була. Тап улар ярҙамында интернет аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Класташтарын табып, улар менән аралашырға өмөт иткән  Рафиҡҡа Ейәнсура райо­нынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо ла еңелдән булмай: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нимә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. “2018 йылдың  декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул”, – тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ.

– Бер тапҡыр ҙа Әбйәлилгә аяҡ баҫмаған кеше булараҡ, Йәнекәйҙе табыу еңелдән булманы, – ти Гөлфиә. – Иҫәнғолдан Сибайға килеп төштөм, артабан Әбйәлилгә килдем. Такси менән Йәнекәй тигән ауылды эҙләйбеҙ, ярай әле таксист яҡшы кеше булып сыҡты. Киләбеҙ, киләбеҙ, юҡ Йәнекәй. Инде кире ҡайтайыҡ та ҡуяйыҡ, тип әйтеп тә өлгөрмәнем: “Бына бит “Йәнекәй” тип яҙылған”, тип таксист ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе, – тип ул мәлдәрҙе хәтерләй әңгәмәсем. Урамда һыуыҡ, буран сығып тора, беҙ ауылға боролғас та, Рафиҡҡа шылтыраттым, улар беҙҙе ҡапҡа янында уҡ көтөп тора ине. Мунса яғылған, табын әҙерләнгән, Яңы йылды бергә ҡаршыланыҡ, – тип йылмая Гөлфиә ханым.

Уның иренең коляскаһын этеп, эйелеп уны үбеп алыуын, бер­гәләшеп көңгөр-ҡаңғыр нимәлер көлөшә-көлөшә һөйләшеүҙәрен ситтән күҙәтеп, күптәр ҡатындың был аҙымын батырлыҡҡа тиңләр ине. Ысынлап та күрәләтә инвалид иргә танышырға килеүе, аҙаҡ уға ҡатын булып ҡалырға ризалыҡ биреүе, өс ирҙе ашатып, уларҙы ҡарап йәшәүе лә еңелдән түгелдер. Әммә ул да зарланмай, булғанына шөкөр итеп, булма­ғанын булдырып, донъя көтөргә тырыша. Шулай булмаһа, егеттәр кеүек “Муравей” мотороллерын “ауыҙлыҡлап”, янына ирен ултыртып, кәрәкле ерҙәренә алып йөрөр инеме?!

 

Проблемаларға килгәндә

 

Улар хаҡында әллә ни һөй­ләргә лә яратмай егеттәр. Шулай ҙа Идиә Миҙхәт ҡыҙының ярҙамы һәм Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙының башланғысы менән Ҡунаҡҡолов­тарҙың йылдар буйына йыйылған хәл итәһе мәсьәләләре, мәңге йырып сыға алмаҫлыҡ кәртәләр аҡрынлап тормошҡа аша баш­лаған һәм “бикле” ҡапҡалар ҙа асылған. Бөгөн шуларға өҫтәп, беҙҙе оҙатыр алдынан Рафиҡтың бер һорауын ғына яҙып үтәм. “Гөлфиәгә беҙҙе, өс инвалидты, ҡараған өсөн ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр булмаҫмы икән? Шул мәсьәләне күтәрһәгеҙ ине, кем белә, бәлки, уны ла хәл итеп булыр ине”, – тигән үтенесен белдерҙе ул. Был хаҡта тейешле органдарҙан яуап ишетелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Тормош төшөнкөлөгөнә, яҙ­мыш һынауҙарына бирешмәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеп тә, үҙ-үҙҙәренә бикләнеп, үҙ донъялары эсендә генә йәшәргә юл ҡуймаған, ваҡытында аттар көтөп, әле ҡош-ҡорт аҫрап, бынамын тигән шығырлап торған йорт һалып, икенсеһен күтәреп, уның ҡыйығын ябып, үҙ көстәре менән ҡышҡылыҡҡа утын әҙер­ләп, иң мөһиме – тормоштан йәм һәм тәм табып, көслө рухлы, һын­маҫ ихтыярлы, һәр саҡ ҡәнәғәт була белгән Фәйез, Рафиҡ, Рәфис Ҡунаҡҡоловтар янынан үҙебеҙгә көс һәм дәрт алып ҡайт­тыҡ. Шулай булмайса, ана улар тормош ауыр тип бер ҙә зарланмай, ә беҙ юҡтан мең мәшәҡәт табабыҙ, ғүмерҙең ни тиклем ҡә­ҙерле һәм бер мәл генә икәнлеген күп осраҡта онотоп та ебәрәбеҙ, барына шөкөр итә белмәй, тағы ла нимәләрҙер булдырырға тырышабыҙ.

Ә улар барыһынан да ҡәнәғәт, бер кемгә лә ауырлыҡтарын һалырға тырышмай. Шуға күрә туғандары ла, Гөлфиә лә, һең­леләре Сания ла, Гөлзифа менән Данил да, ауылдаштары, дуҫтары һәр саҡ уларға ярҙам итергә әҙер тора. Әйткәндәй, улар­ға мин дә киләһе йылға “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып, бүләк иттем. Ни тиһәң дә, рухи аҙыҡ та кәрәк бит әле. Егеттәрҙе төрлөсә фото­һүрәт­тәргә төшөр­гәс, Рафиҡ йәнә бер тәҡдим индереп тә ҡуйҙы: “Фотоларыбыҙҙы ҡуйып, Яңы йылға календарҙар эшләп алып килегеҙ. Бөтәбеҙгә лә”. Шулай булғас көслө рухлы Ҡунаҡҡо­ловтар янына йәнә бара­быҙ әле. Ул юлы Яңы йыл алдынан.

 

- Кәримә УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.

Читайте нас