

Байтак ваҡыт элек урамда осраҡлы ғына бер таныш ҡатын тап булды. Ул ҡыуанып, тормошондағы ыңғай ваҡиғалар тураһында бәйән итте: берҙән-бер улын өйләндергән, килене бер-бер артлы ике бәпәй табып һөйөндөргән. Хәҙер балалары янында күберәк булыу, йәштәргә бәпестәр менән ярҙам итеү маҡсатында элекке эшенән китеп, түбәнерәк эш хаҡлы, әммә өйөнөң эргәһендә һәм уңайлы булған яңы урында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне.
Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, теге танышымды тағы тап иттем. Аптырауға ҡалып, йәне үртәлеп, яңылыҡтары менән бүлеште: яңы урында оҙаҡ эшләй алмай китергә мәжбүр булған икән. Эштән китеүенең сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынғас, шуларҙы һөйләне:
“Хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, был урынға бик теләп эшкә килгәйнем. Әммә бүлек етәксеһе менән беренсе көндән үк борсаҡ бешмәне. Һытыҡ йөҙ менән был өлкәлә тәжрибәм бармы-юҡмы икәнлеген һорашты (эш стажым 25 йылдан ашыу). “Бында эшләй алырмын тип уйлайһығыҙмы?” – тип һорап ҡуйҙы.
Ауыр холоҡло булып сыҡты был етәксе. Иртәнсәк килгәнендә һаулығымды ла алмай, кискеһен һаубуллашмай ҙа ултырып ҡала, һөйләшеп тә бармай. Уныһына ғына күҙ йомор инем дә, берәй нимә ҡуша ла, “Эшләй алырмын тиһегеҙме? Ҡулығыҙҙан килмәйәсәк. Һеҙгә аңлатып ваҡыт әрәм иткәнсе, үҙем генә эшләйем”, – тигән һүҙҙәр менән алдыма алып килеп һалған документтарҙы демонстратив рәүештә кире алып китә. Мин уларға тотоноп та өлгөрмәйем. Башҡарған эшемдән кәмселек эҙләп бәйләнә, бәләкәй генә хата тапһа ла: “Шуны ла белмәйһегеҙ, наҙандарҙы эшкә алғастар – шул инде”, – тип кәмһетергә лә тартынмай. Нисек эшләргә кәрәклекте аңлатмай, һораһаң, “Һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш! Ошо аңралар башымды ҡатыра!” – тип ҡысҡыра башлай. Директор һәм уның урынбаҫары алдында ике-өс тапҡыр оятҡа ҡалдырып, барлыҡ ғәйепте минең өҫкә япһарҙы, ә бит бүлек етәксеһе булараҡ документтарҙы минән тыш ул да тикшерергә тейеш.
Кабинетта икебеҙ генә ултырҙыҡ, шул тиклем ауыр мөхит хөкөм һөрә торғайны, көндәр буйына бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмаған саҡтар булды. Минән күпкә йәш, улыма тиңдәш кешенең шулай кәмһетеүе, тауыш күтәрергә лә тартынмауы тамам үҙәккә үтте. Эшкә барғым килмәй башланы, иртәнсәк үҙемде көсләп, ауыр уйҙар менән теләкһеҙ генә хеҙмәт иткән еремә йүнәләм. Көнө-төн тигәндәй эштәге ауыр хәл-торошто уйлап, үҙемде эстән ашап, тормоштоң бер ҡыҙығы ла ҡалмаған кеүек була башланы. Минең хәлемде күргән ирем һәм улым: “Ыҙалама, үҙеңде ирекһеҙләп йөрөмә ул эшкә”, – тигәстәр, киттем инде. Күпме эшләп бындай хәлгә беренсегә тарыуым.
Әлегә эшһеҙмен. Бер яҡтан, үҙемде көсләп эшкә йөрөүҙән ҡотолдом. Икенсе яҡтан, барыбер ныҡ ҡыйын, нисәмә йылдар бер өлкәлә баш баҫып хеҙмәт итеп, бер холоҡһоҙ әҙәм арҡаһында эшһеҙ ҡалып ултырсы әле... Хаҡлы ял йәшенә яҡынлағанда яңы эш урыны табыу ҙа еңел түгел икән...”
(Мәҙинә исемле ҡатындың яҙмаһы).
Фото: anna-kulik.ru