

Учалы ҡалаһының Ленин, Пионер, Мортазин урамдарында урынлашҡан 11 йортта йәшәүсе биш йөҙҙән ашыу кеше ошо көндәрҙә ҙур шатлыҡ кисерҙе – “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә уларҙың ихаталары яңы төҫ алды.
Аллы-гөллө төҫтәргә күмелеп, бөгөн ул әллә ҡайҙан балҡып тора, балаларҙың шат ауаздары ла тынмай. Бында резина япмалы уйын һәм спорт ҡорамалдары урынлаштырылған, урналар, уңайлы эскәмйәләр, ҡуйылған, автомобиль туҡталҡалары киңәйтелгән, бордюрҙар алмаштырылған. Ихатала төндә лә ҡараңғы түгел, сөнки энергия экономиялаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Видеокамералар бында йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Ихата ситендәрәк сетка менән кәртәләнгән майҙанда мини-футбол, волейбол, баскетбол уйнарға була. Был майҙансыҡты бигерәк тә үҫмерҙәр үҙ иткән.
Әйткәндәй, программа шарттарына ярашлы, төҙөкләндереү эштәренә милекселәр ҙә үҙ өлөшөн индергән.
Фото: Учалы ҡалаһы хакимиәте сайтынан.