Йәмғиәт
24 Октябрь 2021, 13:00

Бәхил бул, йырсы-уҡытыусы...

Ләлә Ғүмәрованың иҫ киткес моңло, халыҡсан йырҙары бер нисә тапҡыр беҙҙең төркөмдө лә биҙәп, дуҫтарыбыҙға иртәнге сәләм булып барып еткәйне.

Бәхил бул, йырсы-уҡытыусы...Бәхил бул, йырсы-уҡытыусы...
Бәхил бул, йырсы-уҡытыусы...

Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы Ғүмәрованы был төбәк халҡы абруйлы математика уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе, моңло тауышлы йырсы, ауылда, районда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәгән, әллә күпме конкурстарҙа еңеү яулаған талантлы шәхес булараҡ белде һәм хөрмәт итте. Үкенескә ҡаршы, заман зәхмәтенең еле хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған мәғариф ветеранына ла ҡағылды.

“Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы мәрхүм, тинеләр кисә.... Ҡайһылай ҡыйын был һүҙҙе ишетеүе... Беҙҙе математиканан уҡытты. Дәрестәре шул тиклем ҡыҙыҡлы үтә торғайны, сөнки күпме фәһемле хәлдәр һөйләп өлгөрә ине, күпме тормош һабаҡтары бирҙе ул беҙгә. Уҡыусылар уны яратты! Математик булһа ла, йырлы-хисле булды күңеле. Рәми Ғариповҡа арналған кисәләр, Республика көнөнә саралар һәм башҡа байрамдар үткәрә торғайныҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас та шул тиклем әүҙем тормош алып барҙы. "Байыҡ"та ҡатнашып, әллә нисә тапҡыр еңеү алып ҡайттылар. Йәнең ожмахтың иң түрендә булһын хөрмәтле, матур, ихлас, яратҡан уҡытыусыбыҙ!” – тип яҙҙы уҡыусыһы Шәүрә Ярмуллина.

Ләлә Ғүмәрованың яҡындарының, туғандарының, уҡыусыларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас