Йәмғиәт
24 Октябрь 2021, 10:30

Башҡортостанда етем балалар фестивале бара

Республикала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы социаль адаптациялау буйынса "Бала саҡҡа ҡайтыу" тип аталған сара асылды.

Башҡортостанда етем балалар фестивале бараБашҡортостанда етем балалар фестивале бара
Башҡортостанда етем балалар фестивале бара

Фестиваль Башҡортостандың хозур төбәгендә урынлашҡан шифахана базаһында үтә. Был сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһына Волга буйы округының 14 төбәгенән балалар һәм үҫмерҙәр килгән. Улар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм бай ял программаһы әҙерләнгән: дөйәғош фермаһына барыу, кино ҡарау, экскурсия һәм дискотека.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән уның урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне:

"Һеҙ, ысынлап та, талантлы һәм инде еңеүселәр ҙә, сөнки үҙегеҙҙең төп бүләгегеҙҙе яуланығыҙ - һеҙҙе Волга буйы округы төбәктәренән фестиваль финалына ебәрҙеләр. Ошо ике көндө ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә үткәрәһегеҙ, белемегеҙҙе ҡулланып, бөтә теләгәнегеҙҙе тормошҡа ашырырһығыҙ, тип ышанам. Еңеүҙәр һәм уңыштар теләйем!"

"Бала саҡҡа ҡайтыу" фестивален асыу тантанаһы менән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотланы. Ул белдереүенсә, проекттың округ этабында ҡатнашыу - һәр бала өсөн киләсәккә мөһим аҙым. 

Бөгөн фестивалде ябыу, еңеүселәрҙе бүләкләү һәм "Бала саҡ йондоҙҙары" балалар ижады конкурсында еңеүселәрҙең гала-концерты була.

Был проект Волга буйы федераль округында 2009 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас