Йәмғиәт
25 Октябрь 2021, 11:00

“Атайсал” проекты шишмәгә яңы һулыш биргән

Ҡалтасы районының Үрге Тиктәм ауылы халҡы йәмәғәт проектында ҡатнашып, шишмә буйын төҙөкләндергән. 

“Атайсал” проекты шишмәгә яңы һулыш биргән“Атайсал” проекты шишмәгә яңы һулыш биргән
“Атайсал” проекты шишмәгә яңы һулыш биргән

Үрге Тиктәм ауылы янында бер түгел, дүрт шишмә бар. Үрге тип аталғаны, ысынлап та, ауылдың үрге яғында, юлдан алыҫ түгел урынлашҡан. Төҙөкләндерелгән шишмә буйы ауыл халҡын ғына түгел, ҡунаҡтарҙы, юлсыларҙы ла ҡыуандыра. Матур итеп ҡойма менән уратып алынған, атамаһы яҙып эленгән шишмә буйында туҡтап, шифалы һыуын һауыттарға тултырып алыусылар ҙа күбәйгән. Һәр кемдең ихатаһында ҡоҙоғо булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ та шишмә һыуын үҙ итә.

- Шишмә һыуы йомшаҡлығы менән айырыла, сәйе лә күпкә тәмлерәк, - ти Үрге Тиктәм ауылында йәшәгән Анатолий Латипов.

Район хакимиәте башлығы Ульяна Батыршина “Атайсал” проектына ярашлы Үрге шишмәне төҙөкләндерергә тәҡдим иткәс, күптәр был башланғысты хуплап ҡаршы ала. Берҙәм көс менән изге эшкә 41500 һум аҡса йыйыла. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай.

- Тәүҙә беҙ шишмә буйын тәртипкә килтереүҙе генә планлаштырғайныҡ. Әммә эш барышында торбаның сереүе асыҡланды, уны тулыһынса алмаштырырға тура килде. Шишмәне баҫып алған ҡыуаҡтарҙы ҡырҡтыҡ. Эшкә махсус техниканы ла йәлеп иттек. Һөҙөмтәлә шишмә буйы тулыһынса яңы төҫ алды, - тип эштәр барышы менән таныштырҙы ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Валентин Камидуллин.

Кәлтәй ауыл Советы биләмәһе башлығы Ульяна Батыршина әйтеүенсә, шишмә янына бетон плитәләр урынлаштырылған, ҡулса алмаштырылған, япма эшләнгән. ағастар ултыртылған һәм биләмә ҡойма менән уратып алынған.

Кәлтәй ауыл Советында “Атайсал” проектында ҡатнашыу өсөн 29 ғариза бирелгән. Мәҫәлән, “Коммунальник” йәмғиәте Күтәрем ауылы янындағы Калинка шишмәһен төҙөкләндергән. Шулай уҡ район халҡы, бағыусылар, ошонда тыуып үҫкән шәхестәр ярҙамы менән юлдар, күперҙәр ремонтлана. Ҙур Кәлтәй ауылында быуа барлыҡҡа килгән, төрлө байрамдар ойошторолған, мохтаж ғаиләләр өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алынған – былар изге эштәрҙең бер нисәүһе генә.

Белеүебеҙсә, “Атайсал” проекты ағымдағы йылдың яҙында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алды. Уның төп асылы тыуып үҫкән ереңдең – тыуған ауылыңдың йәки ҡалаңдың үҫешенә өлөш индереүгә ҡайтып ҡала.  

Фото: resbash.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас