Йәмғиәт
25 Октябрь 2021, 14:30

Был тармаҡта хеҙмәтләндереү ябайлаша

Электрон мөрәжәғәттәр кимәле февралдә 39 процент булһа, сентябрҙә 57 процентҡа еткән.

Был тармаҡта хеҙмәтләндереү ябайлашаБыл тармаҡта хеҙмәтләндереү ябайлаша
Был тармаҡта хеҙмәтләндереү ябайлаша

Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталы йомғаҡтары буйынса республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дәүләт хеҙмәттәре буйынса мөрәжәғәттәрҙең 55 процентын электрон төрҙә алған. Бының менән улар план күрһәткесен – 50 процентты үтеп киткән.

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә министр Наталья Полянская һөйләне. Электрон мөрәжәғәттәр кимәле февралдә 39 процент булһа, сентябрҙә 57 процентҡа еткән.

Шул уҡ ваҡытта Балаҡатай, Архангел, Бишбүләк, Стәрлебаш, Салауат райондары буйынса территориаль бүлектәр дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү ғаризаларының 90 процентын электрон төрҙә ҡабул итә. Министр белдереүенсә, тармаҡты һанлаштырыу нигеҙендә 2021 йылдың февралендә 17 хеҙмәтте электрон төргә күсереп бөтһәләр, октябрҙә - йәнә дүртәүҙе.

"Беҙ ер-мөлкәт өлкәһе хеҙмәттәрен республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталына күсереү маҡсатында һанлы трансфомация үткәрәбеҙ. Был процестарҙы оптималләштереү, “бер тәҙрә” принцибы буйынса сифатлы, оператив хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеге бирә", – тине Наталья Полянская.

Бынан тыш, Башҡортостан кадастр эштәрен комплекслы башҡарыуға субсидиялар алған төбәктәр иҫәбенә инде. 2022 йылда федераль бюджеттан республикаға 97 миллион һум аҡса бүленәсәк.

"Министрлыҡ тармаҡ хеҙмәттәрен һанлаштырыу буйынса бик яҡшы эш башҡара, – тине Радий Хәбиров. – Быны күп эксперттар билдәләй, шул иҫәптән федераль кимәлдә лә. Эште дауам итеү мөһим, темпты кәметмәгеҙ. Һеҙҙән яңы һанлы ҡарарҙар көтәбеҙ".

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас