Йәмғиәт
25 Октябрь 2021, 09:45

Оператив штаб эшен камиллаштыра

Штаб алдына өс мөһим маҡсат ҡуйылған: кешеләрҙән йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемаларға бәйле килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау һәм системаға һалыу, уларҙы тиҙ арала хәл итеү һәм барлыҡ оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлеген яҡшыртыу

Оператив штаб эшен камиллаштыраОператив штаб эшен камиллаштыра
Оператив штаб эшен камиллаштыра

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков баш ҡалала 2021-2022 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың нисек эшләүенә бәйле булдырылған оператив штаб эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был штаб быйыл беренсе тапҡыр булдырылды, уның сиктәрендә 22 сентябрҙән алып йылылыҡҡа бәйле "Өфө - йылы" колл-үҙәге эшмәкәрлеге ойошторолдо.

Штаб алдына өс мөһим маҡсат ҡуйылған: кешеләрҙән йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемаларға бәйле килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау һәм системаға һалыу, уларҙы тиҙ арала хәл итеү һәм барлыҡ оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлеген яҡшыртыу.

– Әгәр ресурс менән тәьмин иткән йәки идара итеүсе ойошма мөрәжәғәттәргә тейешенсә ҡарамай икән, хәҙер өфөләр уны колл-үҙәк телефоны йәки хакимиәт сайты аша ҡалдырыу мөмкинлеге алды. Сервис тәүлек әйләнәһенә һәм ялдарһыҙ эшләй. Бынан тыш телеграмм-бот та эшләнә, ул да мөрәжәғәттәрҙе арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, – тине Сергей Греков.

Уның белдереүенсә, колл-үҙәк эшләй башлағаны бирле унда өфөләрҙән 13,5 мең мөрәжәғәт килгән. Һорауҙарҙың бик ҙур өлөшө йылы биреүгә бәйле булған (11,5 мең мөрәжәғәт). Шулай уҡ түләү буйынса беренсе квитанциялар килә башлау менән кешеләрҙе дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары булмаған осраҡта йылылыҡ өсөн түләмдәр билдәләү ысулдары ҡыҙыҡһындырған. Шулай уҡ йылы һыу биреү буйынса ла мөрәжәғәттәр теркәлгән.

Иң күп мөрәжәғәттәр йылылыҡ ебәргәндән һуң тәүге ике аҙнаға тура килгән. Тап 25 сентябрҙән 10 октябргә тиклем 11,5 мең шылтыратыу ҡабул ителгән. Хеҙмәткәрҙәр һәр мәсьәләне хәл итергә тырышҡан, консультациялар биргән, ҡайһы бер заявкаларҙы хәл итеү өсөн район штабтарына йүнәлткән.

Мөрәжәғәттәр күп ваҡытта ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар өс смена эшләгән, авария-диспетчер хеҙмәттәре юғары әҙерлек режимына килтерелгән, ә колл-үҙәк составы сменалап эшләгән 49 кешегә тиклем арттырылған.

Колл-үҙәк район хакимиәттәре менән дә, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм идара итеүсе компаниялар менән дә тығыҙ эшләй. Әгәр проблеманы хәл итер өсөн профилле хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү кәрәк икән, заявка уларға ебәрелә.

– Заявкалар һаны кәмегәс, уларҙы эшкәртеү ваҡыты һәм сифаты артты. Бөгөн “Өфө – йылы” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәрҙе үтәү проценты 95-те тәшкил итә. 4 октябрҙән йылылыҡ биреү буйынса мөрәжәғәттәр кәмене, шуға күрә колл-үҙәк штатлы эш режимына күсте. Мөрәжәғәттәрҙе ете оператор ҡабул итә. Пик осоронда көнөнә 1300 шылтырытау килә ине, әле тәүлегенә 200-ҙән артмай, – тине Сергей Греков. – Түләү документтары ебәрелә башлау менән түләүҙәр буйынса мөрәжәғәттәр артты. Уларҙы ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән бергә эшкәртәбеҙ. Бөтәһе 438 мөрәжәғәт килде, уларҙың 417-һе буйынса яуап бирелде. 21-е әле эшләнеү процесында.

Штабтың эшен камиллаштырыу, уны халыҡҡа мөмкин булғанса файҙалы итеү өҫтөндәге эш әле һаман дауам итә.

Фото: Твиттер. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас