

Бөгөн Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы Нәби (халыҡ телендә – Ҡуян) ауылындағы Моронташ урамына асфальт түшәүҙе тамамланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 10 көн элек был яҡтарға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юлановҡа район ауылдарына ингән юлдарҙы һәм үҙәк урамдарҙы нормативҡа ярашлы хәлгә килтерергә ҡушҡайны.
Әле юл ситтәренә ҡырсын һалыу дауам итә. Шулай уҡ райондың Ҡотан һәм Ырғыҙлы ауылдарында юл ҡатламы яңыртыласаҡ, Ғәҙелгәрәйгә илткән юлдың 2,1 километрлыҡ өлөшө йүнәтеләсәк.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәренән һуң күп тә үтмәҫтән урамға асфальт йәйелеүе Нәби ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды. Республика етәкселегенә, Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшсәндәренә, район хакимиәтенә бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Иҫке Монасип ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәбир Йомағолов.
Фото: Бөрйән районы хакимиәте.