

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 2024 йылда билдәләнәсәк 450 йыллығына әҙерлеккә бәйле кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төҙөләсәк ҡоролмалар һәм объекттар проекттарын тикшерҙе.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡаланың Октябрь районында төҙөләсәк күп функциялы Көрәш үҙәге концепцияһын тәҡдим итте. Унда халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге спорт ярыштары үтәсәк, спортсылар әҙерләнәсәк, тренерҙар, судьялар өсөн аттестация үткәреләсәк.
Юбилейға бәйле спорт объекттары араһында ишеү слаломы, Фехтование үҙәге проекттары ла ҡаралды.
Артабан Андрей Назаров Киров районында Евразия китапханаһы төҙөлөшө планы тураһында һөйләне. Учреждение концепцияһын республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡатнашлығында булдырасаҡтар.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, китапханала бик күп сара үткәрергә, йәштәр һәм балалар өсөн заманса мәғрифәт эшен ойошторорға кәрәк.
Белем биреү өлкәһендәге тағы бер проект – 350 урынлыҡ Математика лицейы һәм уның 250 урынлыҡ ятағын төҙөү. Ул илдә ошоноң ише иң яҡшы уҡыу йорто булырға тейеш, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереү проекты тураһында һөйләне. Концепцияға ярашлы, транспорт өсөн ике һыҙатлы хәрәкәт һаҡланасаҡ, мәҙәни ҡормартҡы булған биналар ремонтланасаҡ, йәйәүлеләр зонаһы киңәйтеләсәк, заманса уңайлы ҡала киңлектәре барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан Башлығы кешеләр күп йөрөгән урындарҙа һәм баш ҡаланың төп урамдарында архитектур яҡтыртыу булдырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Был эште ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡала хакимиәте менән берлектә башҡарырға ҡушты.
Өфө мэры Сергей Греков белдереүенсә, 2024 йылға тиклем күп фатирлы 90 йорттоң фасады тәртипкә килтереләсәк.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе 450 йыллыҡтың брендбугын әҙерләй башларға ҡушты. Ул мәҙәни сараларҙа, байрам майҙандарын биҙәгәндә, транспорт, сауҙа-сервис объекттары, сувенир тауарҙары биҙәүҙә файҙаланыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.