Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 05:30

“Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша

Ҡоролтай депутаты, “Базы” предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов – тыуған Саҡмағош районында төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе.

“Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша“Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша
“Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша

“Атайсал” проекты, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт программаһы булараҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне.

Саҡмағош яҡтарында бөгөн 42 проект тормошҡа ашырыла, шуларҙың 31-е тамамланған да инде. Был эшкә 42 миллион һум аҡса тотонолған.

Шуларҙың иң күбеһен – 13 проектты – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Базы” предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов тормошҡа ашыра. Ул Йомаш ауылында урта мәктәпкә 180 мең һумға һанлы лаборатория һәм микроскоп, ә 1-се урта мәктәпкә ашхана өсөн йыһаз алып бирҙе, Йомаштағы мәҙәниәт һәм ял паркында өс миллион һумдан ашыуға фонтан ҡуйҙыртты, Рапат ауылындағы күпергә асфальт түшәтте, Саҡмағош ауылында ғәрәсәт килтергән зыянды бөтөрөүҙә ҡатнашты һәм башҡалар.

Фото: В.Соколовтың шәхси архивынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас