Йәмғиәт
26 Октября 2021, 11:08

“Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын беҙҙе Тыуған ил!”

Байраҡ Ә. Әхмәҙуллин исемендәге Мәҙәниәт йортона тапшырылды.

Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге Мәҙәниәт йортона тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты,   Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин һәм башҡалар ҡатнашты.

  

Көслө рухлы кешеләр йәшәгән

 

Тантаналы сара Хәнәфи Нурғә­лиев хөрмәтенә асылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскә һалыуҙан башланды. Таҡтаташ былтыр ауыл мәктәбе бинаһына ҡуйылғайны. Әйткәндәй, Аҡтанышбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе былтырғы апрелдән яҡташтарының исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Әхмәтхужа Әхмәҙуллин һәм Хәнәфи Нурғәлиев – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре – икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән.

Артабан байрам саралары мәҙәниәт йортонда дауам итте. Пандемия осорон иҫәпкә алып, бында вакцина яһатҡан тамашасылар ғына инә алды. Ишек алдында ҡунаҡ­тарҙың сертификатын тикшереп, температураһын үлсәнеләр. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда хәүефһеҙлек сараһын күҙәтергә кәрәклеген барыһы ла яҡшы аңлай ине.

– Райондың башҡорт теле уҡытыу­сылары, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн бөгөнгө сара бик мөһим. Шуға уларҙы ла саҡырҙыҡ. Тап улар артабан уҡыусыларға яҡташ геройҙары тураһында һөйләйәсәк, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы яу юлдары, уның составында алыштарҙа ҡатнашҡан Краснокама яугирҙәре хаҡында артабан һәр мәктәптә асыҡ дәрестәр, һөйлә­шеүҙәр үтәсәк, – тип билдәләне Краснокама районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лира Мостаева.

Башҡортостан Башлығы Хаки­миәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, ауылдың тарихы менән танышҡанда был ерҙә ни тиклем көслө рухлы кешеләр йәшәгәненә йәнә инандым, тип билдәләне.

– Был ауылдың тарихы бай. Тарихи дәлилдәр ҙә бында көслө рухлы кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй. Билдәле шәхестәрегеҙҙең исемен районда ғына түгел, республика кимәлендә күтәреүегеҙ ҙә һоҡлан­дыра. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихы Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгәс һәм Алтын Йондоҙ миҙалы Башҡортостанға килтерелгәс яңы һулыш алды. Ә ғәскәрҙең батырлығы яугирҙәрҙең ҡаһарманлығына бәйле. Дивизия ҡамауҙа ҡалғас, уның байрағын сығарыу – ҡаһарман яҡташығыҙҙың батырлығы. Ошо әләмдең бөгөн геройҙың тыуған төйәгенә ҡайтары­лыуы – ҙур байрам, – тип билдәләне Урал Килсенбаев.

Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова был тантаналы сараның оҙаҡ әҙерләнеүен билдәләне.

– Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын Яңы Аҡтанышбаш ауылының мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сығарыу – оло тантана. Уның тормошҡа ашырылыуы – төрлө тарихи ваҡиғаларҙың бер-береһенә үрелеп барылыуында. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл республикала Башҡорт тарихы йылын иғлан иткәйне. Бөгөн тарихи дәлилдәрҙең үҙгәртелеүе, икенсе юҫыҡта бирелеүе беҙҙе борсой. Үҫеп килгән быуынға дөрөҫ мәғлүмәтте еткерергә тейешбеҙ. Уларҙың ғорурланып һөйләрлек кешеләре эргәләрендә – ғаилә тарихында, шәжәрә­һендә. Бөгөн тап шундай сараларҙың береһе. Беҙ үҙебеҙҙең ҡаһарман шәхестәребеҙ тураһында күберәк һөйләргә тейеш. Икенсеһе инде архив менән эшләүгә, йәғни шәжәрә төҙөүгә ҡайтып ҡала, – тине Эльвира Айытҡолова.

Рөстәм Мусин, алда торған маҡсаттарҙы асыҡлап:

– Беҙ батырҙарыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, быға хаҡыбыҙ юҡ. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин менән Хәнәфи Нурғәлиев — данлы башҡорт дивизияһы яугирҙәре. Йәш быуынды тап улар кеүек ҡаһарман яҡташ­тарыбыҙ миҫалында тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙҙең районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер генә иҫән ветеран да ҡалманы. Шуға ла ошондай саралар ҙур әһәмиәткә эйә. 1941 йылда һуғыш башланғас, был ауылдан 600 кеше фронтҡа китә. Күптәре әйләнеп ҡайтмай. Биш яугирҙең исеме 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бәйле. Уларҙың исемен кире ҡайтарыу, халыҡҡа танытыу буйынса ҙур эш атҡарылды. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар быға күп көс һалды. Әле беҙҙең маҡсат – был эште киңерәк йәйелдереү. Үҫеп килгән быуын тарихты, ата-бабаларын белергә тейеш, — тине.

 

Исемдәре халыҡ хәтерендә

 

Хәнәфи Нурғәли улы Нурғәлиев 1913 йылда тыуған. Һуңғараҡ ғаиләләре Краснокама районының Урал ауылына күсә. Уның тураһында Рәсәй Оборона министрлығының “Халыҡ хәтере” сайтында ла мәғлүмәт бар. Штаб начальнигы булараҡ, ул 1942 йылдың 19 ноябренән 25-енә тиклем барған алыштарҙа үҙен һәләтле етәксе итеп күрһәтә. Уның дөрөҫ һәм ваҡытында ҡабул ителгән ҡарарҙары һөҙөмтәһендә Блиновское, Красно-Яровка, Аржановское тораҡтары дошмандан азат ителә. Ике пушка, 19 ат, 28 автомашина, ике аҙыҡ-түлек, бер ҡорал келәте ҡулға төшөрөлә. Был ҡаты алыштарҙа дошмандың һигеҙ танкы, 10 автомашинаһы, румын йәйәүле дивизияһы юҡ ителә.

– Яҡындары һәм ауылдаштары хәтерләүенсә, ул тәртипле, аҡыллы кеше булған. Үҙе бик сибәр ине, тиҙәр. Олатайым уның тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй торғайны. Уның хаҡында әсәйҙең, олатайҙың һөйләүенән беләбеҙ. Ростов өлкәһенең Обливский районы Ҡыҙыл ауылында ерләнгән, барып ҡәберен күреп ҡайтҡым килә, тик әлегә был хыялды тормошҡа ашырырға пандемия ҡамасаулай. Бөгөнгө тантаналы сараға ла туғандарым мине вәкил итеп ебәрҙе. Вакцина яһатҡан кеше булараҡ, барлыҡ туғандарым исеменән сығыш яһайым. Хәнәфи Нурғәлиевтең шәжәрәһен төплө итеп төҙөү эшенә тотондоҡ. Тарихи дәлилдәрҙе барланыҡ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең йәш быуын өсөн мөһим. Туғаныбыҙҙы хәҙер Гәрәй ырыуы батыры тип атауҙары менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ, — тип һөйләне хеҙмәт ветераны Гөлнур Ғәйнетдинова.

Обливский районы ерҙәрендә данлыҡлы дивизия яугирҙәренең ҡаны күп ҡойолған. Обливская станцияһы – Сталинградта торған Паулюс төркөмөн хәрби техника, ҡорал, боеприпас һәм башҡа матди саралар менән тәьмин итеп торған ҙур тимер юл станцияһы, шуға күрә, стратегик әһәмиәткә эйә булараҡ, был пунктты немецтар оҙаҡ оборонаға әҙерләгән. Тап ошонда 1942 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында башҡорт атлылары немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ, капитан Нурғәлиев 1942 йылдың 28 ноябрендә яуҙа алған ауыр яраларынан вафат булған. Үлгәндән һуң уға I дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирәләр.

 

Байраҡты һаҡлау – намыҫты һаҡлау

 

Гәрәй ырыуының тағы бер батыры – Әхмәтхужа Әхмәҙуллин. Ул дивизия байраҡсыһы була.

“Дивизияла Әхмәтхужа Әхмәҙул­линды белмәгән һалдат йә командир юҡ ине. Уның исеме дивизияның йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны генерал Шайморатов айырыуса хөрмәт итте”,— ғәскәрҙәрҙең сәйәси бүлеге етәксеһе урынбаҫары Сабир Ҡадиров хәтирәләрендә шулай тип яҙған.

Дивизия яугире, яҙыусы Сабир Ҡадиров үҙенең киң билдәле “Урал бөркөтө” китабында яуҙашы тураһында ошондай хәтирәләр ҙә яҙып ҡалдырған:

“Блиновское утарын беҙҙекеләр ҡулға төшөрөү менән дошман һис килешә алманы. Үлемесле алыш ун минут тирәһе барҙы. Фашистың меңәрләгән һалдаты һәм офицеры юҡ ителде, йөҙләгәне ике ҡулын күтәреп кенә иҫән ҡалды. Капитан Хәнәфи Нурғәлиев командалы­ғындағы полк һулдан ташланып, һыбайлы алышта дошмандың ике батальонын юҡҡа сығарҙы һәм биш йөҙҙән ашыу гитлерсыны ҡулға алды”.

Дивизияға килгәнсе үк уның күкрәген Ҡыҙыл Байраҡ ордены биҙәй. Наградаға граждандар һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була: 20-се йылдар аҙағында баҫмасыларҙы ҡыйрат­ҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әхмәтхужа Әхмәҙуллин – СССР Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты ла. Ул колхоз рәйесе булып эшләгәндә, хужалыҡ Краснокама районында алдынғылар рәтенә сыға, шуға халыҡ уны бик хөрмәт итә. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, уны Шайморатов дивизияһына ебәрәләр.

“Уны 2-се полктың пулемет эскадронына тәғәйенләйҙәр. “Пулемет – хәрби дуҫым, уның менән күп гитлерсыны юҡ итербеҙ”, - тип ҡабатларға ярата ул. Тиҙҙән уны эскадрон коммунистары партия ойош­маһы секретары итеп һайланы”, – тип иҫкә ала яҙыусы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирә­ләрендә.

Олым йылғаһы буйҙарында барған тәүге алышта уҡ Әхмәтхужа батырлыҡ күрһәтә. “Максим” пулеметы менән 29 дошман һалдатын юҡ иткән яугир “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Командир­ҙары ҡамауҙа ҡалғанда, ике тапҡыр иптәштәрен һөжүмгә күтәрә.

Дивизия Донбасс ерендә рейдта булғанда, Әхмәҙуллин дивизияның байраҡ­сыһы итеп тәғәйенләнә. Иң ауыр, хәүефле ваҡытта ла ул байраҡты күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Тап уның күсермәһенең яугирҙең тыуған еренә ҡайтарылыуы оло тарихи әһәмиәткә эйә.

1943 йылдың февралендә дивизия 8-се кавалерия корпусы составында дошман тылында хәрәкәт итә. 23 февралдә иртәнге сәғәт 5-тә дивизия яугирҙәре дошман тылынан сығыу өсөн үлемесле көрәш алып бара. Киҫкен минуттарҙа иң алда байраҡсы Әхмәҙуллин һалдаттарҙы: “Алға, иптәштәр! Тыуған ил өсөн, туғандар өсөн, балалар өсөн алға!” – тип Еңеүгә әйҙәй.

Уның алты балаһы була. Атаһы фронтҡа киткәндә иң өлкәне Фәниә апайға – 10 йәш, ә кинйәләре Альбертҡа барлығы 18 көн булған. Нисек кенә ауыр булһа ла, барыһы аяҡҡа баҫып, кеше була. Ола­тайымдың батырлығы онотолмаҫҡа, башҡа геройҙа­рыбыҙ ҙа һәр саҡ хәтерҙә булырға тейеш,— ти һуғышсының туғаны Рәмзиә Әхмәҙуллина.

Башҡорт халҡының ҡаһарман улы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин генерал Миңлеғәле Шайморатов менән бергә был алышта һәләк була.

Ул Луганск өлкәһендә туғандар ҡәбер­легендә ерләнгән.

Мәҙәниәт йорто бинаһына Әхмәтхужа Әхмәҙуллин хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Сарала йыл башында донъя күргән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған библиографик белешмә лә телгә алынды. Баҫма шулай уҡ Краснокама районынан сыҡҡан ҡаһармандарҙы үҙ эсенә һыйҙырған. Яңы Аҡтанышбаш ауылынан ғына ла алты кешенең данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итеүе мәғлүм. Баҫманы тулыландырыу артабан да дауам итәсәк.

Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү, башҡа­ларға еткереү эше – төп маҡсаттарҙың береһе, тиҙәр район хакимиәтендә. Әле Краснокама – ҡаһарман яҡташтарының исемлеген танытыу ғына түгел, үткәндәргә байҡау яһауҙа ентекле эшләгән райондарҙың береһе. Нәҫел-тамырҙарға иғтибар биреү айырыуса мөһим. Мәғлүм булыуынса, Краснокама Гәрәй, Ҡырғыҙ, Йәнәй ырыуҙарын берләштергән төбәк булараҡ та билдәле.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

 

Краснокама районы.

Хәтер

 

Ә бөгөн мин осрашыуға килдем,

Ҡулдарымда – ҡыҙыл ҡәнәфер.

Ике батыр ҡайтҡан тигәйнеләр –

Әхмәтхужа менән Хәнәфи.

Ике батыр һуғыш юлын үтеп,

Килеп баҫҡан тыуған тупраҡҡа.

Бөйөк яуҙан килә сәләмдәре,

Залп уттары балҡый йыраҡтан.

Оҙон булған яугирҙәрҙең юлы,

Һуғыш юлы кеүек аяуһыҙ.

Бармы икән батыр тыумаҫ ерҙәр?

Бармы икән ғаилә яраһыҙ?

Шайморатов ғәскәренән улар –

Нурғәлиев, иптәш капитан!

Һин ант иткән инең милләтеңә!

Һин фатиха алдың халыҡтан!

Шәһит киткәндәрҙең рухы бөгөн

Оло шатлыҡ аша илата.

Изге йола батыр ҡайтҡан саҡта

Батырыңды ҙурлап йыр атау.

Әхмәтхужа батыр, исемеңде

Һәр алышта яҙҙың тарихҡа.

Тоғролоғоң һинең – ошо ерҙән,

Ә дәрәжәң – рухлы халыҡтан.

Һеҙҙең ғәскәр сафта мәңге ҡалыр,

Атакаға барыр ул тағын.

Гел юғары тота белһен милләт

Илебеҙҙең ҡанлы байрағын.

Батырҙары тотҡан байрағын!

Лариса АБДУЛЛИНА

Читайте нас