Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 14:00

Бер һарай ҡош-ҡортто ҡырғандар

Иртә менән яҙҙан алып көҙгә тиклем үҫтергән күркә, тауыҡтарын инде һуйып, таҙартып алайыҡ, тип сыҡһалар... 

Бер һарай ҡош-ҡортто ҡырғандар
Бер һарай ҡош-ҡортто ҡырғандар

Көҙ көнө һәр кем үҙе үҫтергән ҡош-ҡортон һуйып, таҙалап, эшкәртергә тырыша. Яҙҙан алып ҡош-ҡорт аҫрауы ла еңелдән түгел, сөнки бөгөн ем ныҡ ҡыйбат. Шуға күрә һәр ҡош-ҡорт һанаулы, барыһының да үҙ урыны бар тигәндәй.

Әммә һуңғы ваҡытта ҡош-ҡортҡа берәҙәк эттәрҙең ташланыуы ҙур хафаға һала. Тауыҡ-өйрәктәреңде, күркә-ҡаҙҙарыңды бер төндә ҡырып китеүҙәре бигерәк йәл.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының бер ауылында ҡот осҡос күренешкә юлыға йорт хужалары. Кис көнө ныҡлап кәртәгә бикләнгән ҡош-ҡортон иртә менән салып, таҙартырға тип сыҡҡан хужалар бер аҙға юғалып ҡала. Уларҙың бар ҡош-ҡорттарының муйыны тешләнеп, йөндәре борҡолдап ята. Хатта хужаларҙан да ҡурҡмай, унға яҡын эт өйөрө еңел табышты рәхәтләнеп ашай.

Был осраҡта кем ғәйепле? Ғаиләмде ҡарайым, балаларҙы ашатайым, тип нисәмә ай буйы ҡош-ҡорт көткән хужалармы әллә берәҙәк эттәрҙе юҡ итергә рөхсәт бирмәгән закондармы?.. Миҙал ике яҡлы... Көҙ көнө күпме итһеҙ ҡалған йорт хужаларының юғалтыуын кем ҡаплар ҙа уларҙың аһ-зарын кем ишетер һуң?..

Фото: "Черное Белое Аскарово Абзелиловский район" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: