Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 11:11

Хеҙмәтле кеше – хөрмәтле кеше

Рәил Кәлимуллин.Рәил Кәлимуллин.
Фото:Рәил Кәлимуллин.

Учалыла бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә Учалы ҡалаһының иң хөрмәтле кешеһе, яҡташыбыҙ Әхтәм Әхмәт улы Абдрахмановҡа “Учалы районының Почетлы гражданы” тигән исем бирелде.

Әхтәм Әхмәт улы – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған абруйлы етәксе. Тыйнаҡ, изге күңелле, кеше хәленә инә белгән ир-уҙаман булараҡ та белә уны учалылар. Ундайҙар тураһында “ергә Хоҙай ебәргән” тиҙәр. Әхтәм Әхмәт улы тураһында яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә була: ҡала һәм район мәктәптәренең, балалар баҡсаларының, ойошма-предприятиеларҙың йылытыу һәм электротехник системаларын ремонтлауҙа, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреүҙә даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Хәтеремдә, иремдең Әхтәм Әхмәт улы етәкселегендәге “Энергоремонт” йәмғиәтендә эшләгән сағы ине. Беҙ яңы ғына өйләнешкән мәл. Ипотека алыу өсөн банк офисына килгәнбеҙ, ләкин беренсе иғәнә өсөн аҡса юҡ. Ярҙам һорап, Әхтәм Әхмәт улына барҙыҡ. Мөмкинлек булғанда, яҡшы белгестәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, тине. Шулай итеп, беҙ уның ярҙамында фатирлы булдыҡ.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр. Тормош юлын хәтергә төшөргәндә, иң алда Әхтәм Әхмәт улы ата-әсәһен йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алды.

– Атайым ныҡ эшһөйәр, тырыш, белемле кеше ине. Уны ауылда хөрмәт иттеләр. “Йыуаш Әхмәт” тип йөрөттөләр, ныҡ изге йәнле кеше ине ул. Беҙ бала саҡта бер ниндәй михнәт күрмәй үҫтек, ауыр һүҙ ишетмәнек. Атай-әсәйебеҙ үҙ-ара әрләшмәне, бер ваҡытта ла һүгенмәне, шул рәүешле беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды. Кешене кеше итеүҙә атай-әсәй тәрбиәһе ҙур роль уйнай. Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер, ти бит халҡыбыҙ ҙа. Беҙ, өс туған, бер-беребеҙгә үрнәк булырға тырыштыҡ.

Әхтәм Әхмәт улының дөйөм эш стажы – 41 йыл. Хеҙмәт юлын 1972 йылда ябай быраулау станогы машинисы ярҙамсыһы булып башлаған кеше бөтә уңыштың башы тәртиптә икәнен яҡшы белә торғандыр. Әрменән ҡайтҡас, комбинатҡа слесарь булып эшкә килә. Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлай. Уҡыуҙан һуң Ижау ҡалаһындағы электр механикаһы заводында участка мастеры булып эшләй. 1984 йылда Учалыға ҡайтып иретеп ҡойоу механика заводында төҙөлөш-монтаж участкаһы начальнигы була. Бер мәл “Учалыстрой” тресында, “Кровля” йәмғиәтендә, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары булып эшләп ала. 2001–2006 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында цех начальнигы, 2006–2013 йылдарҙа “Энергоремонт” йәмғиәте директоры була. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, тырыш хеҙмәте өсөн уға 2012 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иң мөһиме – яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, юлдарына ниндәй генә һынауҙар сығармаһын, ҡайҙа һәм кем генә булып эшләмәһен, ниндәй генә вазифа биләмәһен, Әхтәм Абдрахманов кешеләр менән һөйләшергә, проблемаларын хәл итешергә ваҡыт таба, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Тормош иптәше Мәрйәм Әсҡәт ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Азат Санкт-Петербург ҡалаһында алдынғы проект институтында хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Алина Өфөлә йәшәй, кардиология үҙәгендә табип булып эшләй. Ейәнсәрҙәре Амелияға 10 йәш. Тынғы белмәҫ Абдрахмановтар хаҡлы ялда ла тик ятмай – бал ҡорттары үрсетә.

– Бал ҡорттарына оҡшаш сифаттарыбыҙ күп. Улар кеүек үҙем дә эшһеҙ тороп өйрәнмәгәнгәме, ҡорттар менән булышыу күңелемә яҡын, – тип йылмая Әхтәм Әхмәт улы.

Уға артабан да рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Әхтәм Әхмәт улының хеҙмәте лайыҡлы баһаланды һәм артабан да уға тик ҡәнәғәтлек килтерһен.

 

- Вилиә ЯНБАЕВА.

Читайте нас