Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 13:00

Кемдең арғымағы иң етеҙе?..

Бәйге Аҙау походында ҡатнашҡан дәүләт эшмәкәре, кантон башлығы, шағир Шаһиәхмәт Сибаевтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап уҙғарылды.

Кемдең арғымағы иң етеҙе?..
Кемдең арғымағы иң етеҙе?..
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәйге ат сабыштары миҙгелен ябыуға арналған спорт байрамында ойошторолдо. Тәүҙә ике йәшлек башҡорт тоҡомло аттар старт һыҙығына баҫты. Иҫке Сибайҙан фермер Алмас Шөғөровтың Башкирка ҡушаматлы арғымағы (һыбайлыһы Сергей Айсенов) ышаныслы еңеү яуланы. Әбйәлилдән Рияз Ҡарабәндин Голд ҡушаматлы атында икенсе булып килде. Бөрйәндән Иҙел Баймөхәмәтов үҙенең аты менән өсөнсө урынды яуланы.
 
Өс йәшлек һәм унан өлкәнерәк башҡорт тоҡомло аттар 10 километр араға уҙышты. Бында Темәстән Венер Байғужин Блондинда еңеүсе булды. Ошо ауылдан Ильяс Йосопов Малахитта финишҡа икенсе булып килде. Иҫке Сибайҙан Алмас Рысмағәмбәтов Тарпанда өсөнсө урынды алды.
 
Таҙа ҡанлы һәм ярым таҙа ҡанлы сабыш аттары араһында Алмас Шөғөровтың Ирәндек һылыуы ҡушаматлы дөлдөлө (Сергей Айсенов) берәүҙе лә алдына сығарманы. Ырымбур өлкәһенән Кевин (Данияр Баҙарбаев), Темәстән Эльбрус ( Рәзиф Әхмәров) артабанғы урындарҙы бүлеште.
 
Иң һуңғы ярышта Алмас Шөғөров КФХ-һынан Сергей Айсенов Турысайҙа һоҡланғыс еңеү яуланы. Алмас Рысмағәмбәтов Игнесса менән икенсе урынды алды. Өсөнсө һәм дүртенсе урындарға әбйәлилдәр һәм бөрйәндәр сыҡты.
 
Әйтергә кәрәк, приздар шәп булды. Беренсе урынды алғандарға "Ирәндек" фонды ҡолондар бүләк итте. Шулай уҡ "Ҡолонсаҡ", "Экопродукт" ЯСЙ-лары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Урал аръяғы-Агро" МТС-ы, Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Приздарҙы "Ирәндек" фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов һәм бағыусылар тапшырҙы.
 
Сығанаҡ һәм фото: Азамат Мөхәмәтшин.
 
Кемдең арғымағы иң етеҙе?..
Кемдең арғымағы иң етеҙе?..
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: