

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер ир күп ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатынан тәҙрәнән ҡолаған. Был хаҡта « Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзите яҙып сыҡҡан.
Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә 112 телефонына ҡотҡарыусыларға шылтыратып, инцидент тураһында хәбәр итәләр. Был хәл Свердлов урамындағы күп ҡатлы йортта булған. Баҡтиһәң, ир иҫерек килеш тәҙрәнән ҡолап, иҫән ҡалған.
Ул ғына ла түгел, дауаханала тикшереү үткәргәндән һуң уның коронавирус йоҡторғанлығы асыҡланған. Хатта үпкәһе 60 процент зарарланған булған. Әгәр дауаханаға эләкмәһә, ирҙең яҙмышы ни менән тамамланыры ла билдәһеҙ. Шулай итеп, бер бәлә икенсеһенән ҡотҡарған булып сыға.