Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 23:00

Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала

Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Асҡын, Баймаҡ, Бәләбәй, Яңауыл, Дыуан, Мәләүез, Хәйбулла райондарындағы ирекмәндәр үҙ эшмәкәрлеге тураһында ниҙәр һөйләне?

Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала

"COVID-19" ирекмәндәр штабы Башҡортостандағы 60 йәштән өлкән һәм аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә булышыуын дауам итә. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килә, өлкәндәрҙе поликлиникаға тиклем оҙата һәм кире өйҙәренә ҡайтарып ҡуя. Бындай ярҙам республиканың һәр ҡала-районында ойошторолған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙән башлап, республика Башлығы указына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡурсаланыу тәртибе индерелде.
Октябрьский ҡалаһында 41 ирекмән һәм 16 автоирекмән өйҙә ултырырға мәжбүр ололарға ярҙам итә. "Тыуған яҡ" гәзите хәбәр итеүенсә, улар социаль селтәрҙә таратылған иғланды күреп, үҙҙәре был мәрхәмәтле эшкә килеп ҡушылған.

Гөлнара Салауатова һүҙҙәренсә, ул пандемия башланғас ирекмәндәр рәтенә баҫҡан. "Социаль селтәрҙәр аша ирекмәндәрҙе саҡырғандарын осраҡлы ғына белеп ҡалдым. "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәгенә яҙҙым, ҡабул иттеләр. Беҙ яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыйбыҙ. Улар һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы ала, рәхмәт әйтә".

Гөлнара фотограф булып эшләй, "Мохтаждарҙы туйындырабыҙ" тигән төркөмдә тора. "Әлеге көндә беҙ аҡсаһыҙ йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 30 студентҡа ярҙам итәбеҙ. Ошо арала газды ҡайтанан тоташтырыуға аҡса йыйҙыҡ. Рөстәм хәҙрәт Шакиров ныҡ ярҙам итте. Изгелек эшләү, мохтаждарға ярҙам итеү иң мөһимелер, моғайын", - ти ул.

Салауат ҡалаһынан Гүзәлиә Мөхәмәтйәрова инде алты йыл ирекмәндәр хәрәкәтендә тора. "Ирекмәнлек - яҡшы тормош тәжрибәһе. Яңы нәмәгә өйрәнәһең, төрлө юҫыҡта көсөңдө һынап ҡарайһың, рухи яҡтан үҙеңә яҡын кешеләр менән танышаһың. Ошо йылдар эсендә мин бар Рәсәй буйлап әллә күпме кеше менән таныштым! - тип һөйләгән Гүзәлиә "Выбор" гәзитенә. - Пандемия башланғанда ҡыйыныраҡ ине. Әммә яңы шарттарҙа ла эште яйға һалып алдыҡ - бөтәһе лә яҡшы килеп сыҡты!"

Асҡын районында ирекмәндәр үҙәгенә беренселәрҙән булып Урмияҙ ауылынан Алена Мәхмүдиярова килә. Ул, үҙенең бөтә эштәрен ситкә ҡуйып, пенсионер Наза Ғүмәроваға аҙыҡ-түлек тапшырырға, хәлен һорашырға, һөйләшергә тип килә. Алена тураһында "Аскинская новь" гәзите яҙа.

"Баймаҡ хәбәрҙәре" Гөлгинә Алсынова хаҡында бәйән итә. Ул өлкәндәрҙе һиҙгерерәк булырға, насар уйлылар тоҙағына ҡапмаҫ өсөн, аралашҡан кеше тураһында ныҡлап белешергә өйрәтә. Үткән йыл бер инәйҙе ниндәйҙер егет, ирекмәнмен тигән булып танышып, бер мең һумға алдап киткән.

Бәләбәй районында "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәге көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Яңғыҙ йәшәгән өлкәндәр колл-үҙәккә шылтырата ала. "Беҙгә күберәк дарыу һәм аҙыҡ-түлек һатып алырға, сүп-сарҙы сығарырға һорап мөрәжәғәт итәләр, - тип һөйләй "Бәләбәй хәбәрҙәре"нә ирекмән Валентина Антипова. - Ковид менән ауырыған кешеләр күп шылтырата".

"Яңауыл таңдары" гәзитенә һөйләүҙәре буйынса, штабта 65 йәштән өлкән булған, яңғыҙ йәшәгән һәм аҙ хәрәкәтләнгән кешеләрҙән шылтыратыуҙарҙы бында 14 октябрҙән ҡабул итә башлағандар. Үтенестәр башлыса аҙыҡ-түлек һәм дарыу алып килеүгә ҡайтып ҡала. Яңылыҡтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта ирекмәндәр вакцина эшләтергә теләгән пенсионерҙарҙы өйҙән поликлиникаға алып бара, ҡайтарып ҡуя. "30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем шылтыратыуҙар күбәйер тип күҙаллайбыҙ", - ти ирекмән Гүзәл Ташбулатова.

Дыуан районында 100-ләп ирекмән бар. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре - тәрбиәселәр, китапханасылар, шәхси эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ауыл хакимиәте һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре. Был хаҡта район гәзите хәбәр итә.

Мәләүездә өйҙә ҡалырға мәжбүр өлкәндәргә ирекмәндәр ҙә, етәкселәр ҙә ярҙам итә. Ирекмәндәр эше координаторы Никита Суботин әйтеүенсә, аҙнаһына өс тирәһе мөрәжәғәт теркәлә. Мәләүез ирекмәндәренең эше тураһында "Путь Октября" гәзите яҙа.

Хәйбулла районында "Беҙҙең хәстәрлек" үҙәгенең эшен йәнләндереү маҡсатында ирекмәндәр, автоирекмәндәр туплау башланған. 18 йәштән өлкән, ковидҡа ҡаршы вакцина һалдыртҡандар был рәтте тулыландыра ала. "Беҙҙең отрядта иң әүҙем 40 ирекмән эшләй, улар - Бүребай, Һамар, Подольск, Маҡандан, иң күбе - Аҡъярҙан. Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре күп. Улар бөтәһе лә быйыл йәй янғындарҙы һүндереште", - тип һөйләгән "Хәйбулла хәбәрҙәре"нә район ирекмәндәр штабы координаторы Тимур Рәмов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: прививка һалдырмаған өлкән йәштәгеләр өйҙә ҡалырға тейеш. Магазин, дарыухана, банк, бәйләнеш салондарына улар иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем генә бара ала. Пенсионерҙарға ирекмәндәр ярҙамға килергә әҙер. "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр штабының телефоны: 8-800-201-89-03.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Уларҙы өлкәндәр ҡыуанып ҡаршы ала
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: