Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 21:00

Өйөнә ҡайтырға теләй, тик...

Фотолағы ошо өлкән кешене күрһәгеҙ, янынан битараф үтмәгеҙ. Хәбәр итеүҙәренсә...

Өйөнә ҡайтырға теләй, тик...
Өйөнә ҡайтырға теләй, тик...

Фотолағы ошо өлкән кешене күрһәгеҙ, янынан битараф үтмәгеҙ: ул бәләгә тарыған, кем икәнлеген дә, ҡайҙа йәшәүен дә әйтә алмай.

"Оҙон күн куртка аҫтынан тельняшкаһы күренеп торған, башына ҙур кәпәс кейгән оло кешене әле бында, әле тегендә күреүҙәре тураһында хәбәр итәләр-итеүен. Ә беҙ уның артынан өлгөрә алмайбыҙ - унда булмай сыға. Өйөнә ҡайтырға теләй ул, тик кире юлды таба ғына алмай.

Өфөнән 71 йәшлек Динар Талип улы Ғәбдинуров 2021 йылдың 15 октябрендә сығып китеп, кире әйләнеп ҡайтмаған. Өҫтөндәге йылы кейеме һәм яҡшы күңелле кешеләр арҡаһында ғына һыуыҡҡа, аслыҡҡа бирешмәй йөрөйҙөр. Тик көндәр һыуыта. Ҡала халҡына үтенесебеҙ: йорт-ерегеҙ тирәһен иғтибарлап ҡараштырығыҙ әле, шунда хәтерен юғалтҡан оло кеше йөрөмәйме икән? Уның һәр ерҙә булыуы мөмкин: туҡталыштарҙа, транспортта, урамда, магазиндарҙа... Ҡаланың һәр ҡайһы өлөшөндә булыуы бар.

Әйҙәгеҙ, бергәләп Динар Талип улын өйөнә ҡайтарырға ярҙам итәйек. Уны күреүселәр булһа, ҡыҙыу бәйләнеш телефонына - 88007005452, йә булмаһа, мәғлүмәт биреүсегә - 89174758830 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала", - тип белдергән "Лиза-Алерт" эҙләү отряды.

Динар Талип улының билдәләре: буйы 170 см, ҡаҡса буйлы, сал сәсле, күҙҙәре һоро. Өҫтөнә тубыҡҡа тиклем ҡара-һоро төҫтәге күн куртка, ҡара вельвет салбар, ҡара кепка кейгән.

Фото: "Лиза-Алерт".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: