

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында өлкәндәр өсөн шәхси пансионат ойоштороу буйынса инвестиция тәҡдиме ҡаралды. 40 урынлыҡ ҙур булмаған учреждениены Шишмә районының Тәпәреш ауылындағы мөлкәт комплексында асыу күҙаллана. Унда пандустар һәм лифт менән тәьмин ителгән махсус бүлмәләр булдырыласаҡ. Проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырырға тәҡдим ителә.
– Корпорация менеджерҙары төҙөгән проектҡа ярашлы, шәхси пансионатта льготалы шарттарҙа, шулай уҡ учреждениеға урынлаштырылған өлкәндәрҙең пенсияһының бер өлөшө иҫәбенә йәшәйҙәр, – тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Өлкәндәргә махсус хәстәрлек күрһәтеләсәк, сифатлы туҡландырыу, тейешле инфраструктура менән тәьмин итеү ҡарала. Улар шулай уҡ дауалау физкультураһы, күңелдәренә ятҡан эш менән шөғөлләнә аласаҡ. Проекттан ыңғай социаль-иҡтисади һөҙөмтә көтәбеҙ. Социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеге артасаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, бюждет аҡсаһы һәм һалым керемдәре экономияланасаҡ.
Үҫеш корпорацияһы белгестәре әйтеүенсә, проекттың бюджеты 7,9 миллион һум тәшкил итә, уны тормошҡа ашырыуға өс йыл талап ителә. Ошо ваҡыт эсендә 19 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Ҡыҙыҡһыҙған инвесторҙарға Үҫеш корпорацияһы шәхси башланғысты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53227
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53227