

Роскомнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, радиоэлектрон саралар һаны йылдың тәүге яртыһында 1 815-кә еткән. Был 438-гә артҡан тигәнде аңлата – былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 31,8 процентҡа күберәк.
Беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда 4G бәйләнеш стандартындағы - 963, 3G стандартындағы – 200, 2G стандартындағы 652 радиоэлектрон сара сафҡа индергән. Операторҙар айырыуса дүртенсе быуын кәрәҙле бәйләнеш селтәрен үҫтерә.
"Был абоненттар һәм бизнесҡа тотонорға мөмкин булған һанлы сервистар баҙарындағы мохтажлыҡ үҫеүгә бәйле. Айырыуса халыҡ күп йәшәгән ерҙәргә индерелә. Кеше бик әҙ булған ерҙәр ҙә бар (10, 30 граждан). Ундай урындарҙа селтәрҙе үҫтереү әле мөмкин түгел, шуға ла ҡеүәте бәләкәй, тауыш ярҙамында ғына аралашырлыҡ ҡоролмалар ҡуйыла", – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Р. Хәмәтвәлиев. Ул мобиль бәйләнештең ябай станцияларын ҡуйыу барышының ыңғай үҫешен билдәләне. Был йәшәү шарттарын уңайлыраҡ итеүгә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә булышлыҡ итә.
Республикала төрлө радиобәйләнеш хеҙмәттәренең бер меңдән ашыу радиоэлектрон сараһы эксплуатациялана.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53233