Йәмғиәт
28 Октябрь 2021, 16:15

Төп иғтибар иҫкәртеү эшенә йүнәлтеләсәк

Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә талаптар йомшара.

Төп иғтибар иҫкәртеү эшенә йүнәлтеләсәкТөп иғтибар иҫкәртеү эшенә йүнәлтеләсәк
Төп иғтибар иҫкәртеү эшенә йүнәлтеләсәк

Башҡортостан буйынса "Росреестр" идаралығы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2022 йылға ерҙе күҙәтеү өлкәһендәге закондарҙы тикшереү планына урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен индермәйәсәк.

Был турала ведомствоның Йәмәғәт советы ултырышында "Росреестр"ҙың төбәктәге етәксеһе урынбаҫары Ленара Дегтярева белдерҙе.

“Идаралыҡ киләһе йылға закондарҙы күҙәтеү буйынса тикшереү планына урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен индермәйәсәк, уның урынына профилактик саралар ойоштороласаҡ”, - тине ул.

Идаралыҡ шулай уҡ физик шәхестәргә ҡарата ла ер ҡануниәтен күҙәтеү өлкәһендә тикшереүҙәр һанын кәметеүҙе күҙаллай.

Ағымдағы йылда ла тикшереүҙәр кәмегән. Мәҫәлән, 1 июль - 1 октябрь арауығында идаралыҡ тарафынан 1317 күсмә тикшереү уҙғарылған, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 19,2 процентҡа әҙерәк. Бынан тыш, өлкәлә контроль төрө йомшарған, иҫкәртеү сараларына өҫтөнлөк бирелгән.

Ултырыш барышында Ленара Дегтярева был өлкәлә хәл итеүе ҡатмарлы булған проблемаларҙы ла билдәләне. Йәмәғәт советы ағзалары ярҙамында Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына ошо мәсьәләләрҙе яйға һалыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә әйтелде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53234 

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас