

Календарҙа ниндәй генә байрамдар, иҫтәлекле көндәр юҡ! Бына бөгөн, 29 октябрҙә, Бөтә донъя кроссвордсылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары – йылдар дауамында һәр аҙна һайын баҫмабыҙҙың йома һанында баҫылған сканвордты сисеп, ундағы шарттарҙы теүәл үтәп, яуаптар ебәргән уҡыусыларыбыҙ, йәғни сканворд сисеү оҫталары менән яҡындан таныштырып үтмәксебеҙ. Әлбиттә, улар күмәк кенә, барыһы хаҡында ла бер ыңғайҙан яҙыу мөмкин түгел, киләсәктә башҡа дуҫтарыбыҙ менән дә таныштырырбыҙ, ә бөгөнгө геройҙарыбыҙ – иң әүҙемдәре.
Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА – Дәүләкән ҡалаһынан, сығышы менән Ауырғазы районының Урман ауылынан. Ул – беҙҙең коллегабыҙ, журналистика ветераны. Төп һөнәре буйынса сит телдәр уҡытыусыһы булһа ла, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы бөтә ғүмерен тиерлек матбуғат өлкәһенә арнай: оҙаҡ йылдар Дәүләкән район гәзитендә, райондың мәғлүмәт-аналитика бүлегендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Бөгөн беҙ уны оҫта тәржемәсе булараҡ та беләбеҙ, бик күп башҡорт яҙыусыларының әҙәби әҫәрҙәрен рус теленә тап Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәләй.
– Мин бала саҡта өйөбөҙгә “Огонек” журналы килә торғайны. Шунда ҙур ғына кроссворд баҫыла. Башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән әсәйем шуны сисергә яратты. Үҫә килә мин дә был шөғөлдө үҙ иттем. Республика баҫмаларынан “Башҡортостан”ға, район гәзитенә, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарына яҙылабыҙ. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан”дың йөкмәткеһе яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, айырыуса йома көнө нәшер ителгән һан бик уҡымлы, бай йөкмәткеле, иптәшем менән биттәрен бүлешеп уҡыйбыҙ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙә почта бик яҡшы эшләй, мәҫәлән, “Башҡортостан”дың йома һанын шул уҡ көндә төшкә тиклем ҡулға алабыҙ. Сканворд сискәндә һүҙлектәргә таянам, интернетта ла эҙләнәм, ҡайһы берҙә тормош иптәшем дә ярҙам итеп ебәрә. Был шөғөл ныҡ оҡшай, зиһенде байыта, башты эшләтә, шул уҡ ваҡытта ял да итәһең, – тип һөйләп үтте Гөлфирә Ильяс ҡыҙы.
Ғәлимә ҒӘЛИЕВА Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәй, сығышы менән Әлшәй районының Һарыш ауылынан. 40 йыл дауамында Үрге Йәркәйҙәге башҡорт гимназияһында эшләгән абруйлы башҡорт теле уҡытыусыһы, мәғариф ветераны ул.
– Илеш районында төпләнеүемә 44 йыл. Ошо ваҡыт дауамында “Башҡортостан” гәзитенә яҙылмаған бер йылым да булманы. Был тоғролоҡ атай-әсәйемдән килә, улар ҙа ғүмер буйы “Совет Башҡортостаны”н алдырҙы. Хәҙер был матур традицияны беҙ, балалары, дауам итәбеҙ. Быға тиклем 15 баҫмаға яҙыла инем, хаҡлы ялға сыҡҡас, бер аҙ кәметергә тура килде: быйыл һигеҙ баҫмаға яҙылдым.
Кроссвордтарҙы ғүмер буйы систем. Элек улар тик русса ғына була торғайны, хәҙер башҡортсаһын сисеү бигерәк күңелле. “Башҡортостан” гәзите килгән көн – үҙе бер байрам кеүек. Миңә, филолог булараҡ, әҙәбиәткә, сәнғәткә арналған сканвордтар айырыуса ныҡ оҡшай. Шулай ҙа булғаны бар: берәй белмәгән һүҙҙе оҙаҡ уйлап йөрөп, йоҡларға ятаһың, һәм ул ҡапыл иҫкә төшә! Шунда уҡ тороп, яҙып ҡуям, – тип мауығыуының серҙәре менән уртаҡлашты Ғәлимә Мансур ҡыҙы.
Хаҡла ялда булһа ла, Ғәлимә апай әүҙем тормош алып бара, районда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай, конкурстарҙа ҡатнаша. Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәккә йөрөп, күңеленә йыуаныс таба.
Әнисә ҺӨЙӘРҒОЛОВА Ишембай ҡалаһында йәшәй, ошонда уҡ тыуып үҫкән. Ул да хаҡлы ялдағы абруйлы уҡытыусы. Әнисә Булат ҡыҙының ата-әсәһе 50 йыл дауамында “Совет Башҡортостаны” гәзитен алдырып уҡый, бөгөн уларҙың юлын ҡыҙҙары лайыҡлы дауам итә.
– Ҡала шарттарында үҫкәс, русса уйлайым һәм фекерләйем. Башҡорт теленә һөйөүҙе Салауат педагогия училищеһындағы уҡытыусыларым тәрбиәләне. Башҡортса сканвордтарҙы үҙемде һынап ҡарау өсөн сисә башлағайным, хәҙер инде ул яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Был мауығыуым телебеҙҙең ни тиклем бай булыуын аңларға ярҙам итте, шулай уҡ үҙемдең дә телмәремде байыта. Интернет менән дуҫ булмағас, сканворд сискәндә тик үҙ белемемә таянам.
Элек-электән әҙәби әҫәрҙәр уҡырға яраттым. Уҡығанда мотлаҡ ҡулымда ҡәләм була, күңелемә ятҡан, шулай уҡ бәхәсле фекерҙәрҙе мотлаҡ яҙып алам, боронғо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен эҙләйем. Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә килгәндә, тәрбиә, әхлаҡ темаһына яҙылған мәҡәләләр, тормошта булған фәһемле хәлдәр, хикәйәләр уҡыу оҡшай. Элек гәзиттең тәүге биттәренә күҙ һалып ҡына үтә инем, хәҙер улар ҙа ҡыҙыҡлы сыға башланы, – тип уй-фекерҙәре менән бүлеште баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы.
Венера АЙЫТҠОЛОВА Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Венера Сабир ҡыҙы ла – бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған хөрмәтле мәғариф ветераны.
– Бала саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзите килһә, иң тәүҙә был баҫманы өләсәйем уҡыр ине. Ул 94 йәшкә тиклем йәшәне һәм ғүмеренең ахырынаса ошо гәзиткә тоғро булды. Мин дә “Башҡортостан”ды мәктәптә эшләгән осорҙа ла, хаҡлы ялға сыҡҡас та алдырмай ҡалған йылым юҡ. Бер ваҡыт, кеҫә телефондары булмаған саҡта әле, гәзит аша Шаран районында йәшәгән курсташымды таптым. Ғөмүмән, Өфөлә 1-се мәктәп-интернатта уҡығас, башҡорт йәмәғәтселеге менән яҡшы танышмын һәм төп милли баҫмала үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың шәхестәре тураһында уҡыу бик ҡыҙыҡлы.
Башҡортса сканвордтарҙы улар донъя күрә башлағандан алып сисәм. “Башҡортостан” гәзитендәге сканвордта мәҡәлдәр бирелеүе һәм серһүҙҙең темаға ярашлы булыуы оҡшай. Шулай уҡ айырым бер хәрефте һанау ҙа – бик ғәҙел алым, сөнки уны үтәү өсөн тотошлай сисеп бөтөргә кәрәк. Был шөғөл тормош иптәшемә лә оҡшай. Тағы ла “Йәшлек”, “Тамаша”, “Шоңҡар”ҙағы сканвордтарҙы ла сисеп, яуаптарын ебәреп торабыҙ. Әйткәндәй, быйыл “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто уҙғарған конкурсҡа квитанция күсермәләрен ебәреп, төп бүләктәрҙең береһен – велосипед отоп ҡыуандым. Бына шулай, гәзит-журналдарһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти башҡорт матбуғатының тоғро дуҫы Венера Айытҡолова.
Сканворд яратҡан, еңеүселәр менән даими танышып барған уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә: беҙҙең гәзиткә серһүҙ ебәреүселәр араһында өс Венера бар. Шуларҙың береһе – Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Венера ШӘЙӘХМӘТОВА. Венера Әхмәҙулла ҡыҙы ла һөнәре буйынса уҡытыусы, әммә 30 йылға яҡын райондың мәғариф бүлегендә методист булып эшләргә тура килә уға.
– Хеҙмәт йылдарымда матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу өсөн дә яуаплы булдым. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында милли баҫмаларҙы – “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Аманат”, “Йәншишмә” һәм башҡаларҙы киңерәк таратыу йәһәтенән байтаҡ эшләнем. Үҙем дә башҡорт баҫмаларын күпләп алдырҙым һәм әле лә был дуҫлыҡ дауам итә. Ә сканвордтарға килгәндә, иң тәүҙә “Йәшлек” гәзитендәге сканвордтарҙы сисеп ҡараным, әммә яуабын ебәрмәй инем. Был эшкә мине класташым, әхирәтем Венера Айытҡолова дәртләндерҙе. Хәҙер йома – беҙҙең ғаиләлә сканворд сисә торған көн, сөнки тормош иптәшем дә был шөғөлдө үҙ итә. Башлыса һүҙлектәр ҡулланам, интернетҡа бик һирәк мөрәжәғәт итәм. Ятыраҡ һүҙҙәрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе яҙып ҡуям.
Аҙаштарҙың өсөнсөһө – Йылайыр районы үҙәгендә йәшәгән Венера АБДУЛЛИНА. Венера Әмир ҡыҙы ла – дүрт тиҫтә йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған абруйлы уҡытыусы, оҙаҡ йылдар Йылайырҙағы коррекцион мәктәптә рус һәм башҡорт телдәрен уҡытҡан.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Венера апайҙың әсәһе – 85 йәшлек Әминә Лоҡманова, Сибай ҡалаһында йәшәгән бер туған һеңлеһе Әлмира Кәйекбирҙина ла – сканворд сисеү оҫталары, улар ҙа беҙгә даими рәүештә яуаптар ебәреп тора. “Гәзит килеү менән үҙ-ара шылтыратып һөйләшәбеҙ, бер-беребеҙгә аҙыраҡ ярҙам да итеп ебәрәбеҙ. Матрай ауылында йәшәгән әсәйебеҙ, оло йәштә булғас, йорт эштәре менән артыҡ булышмай, шуға күрә ул иң тәүҙә сисеп бөтә. Ул да ғүмер буйы мәктәптә эшләне, лаборант, китапханасы булды. Өлкән йәштәге кеше булараҡ, интернет менән ҡулланмай, барыһын да үҙе сисә. Мин дә үҙ белемемә таянам, һүҙлектәргә мөрәжәғәт итәм. Ә инде гәзиткә килгәндә, башынан аҙағынаса уҡыйым, хикәйәләр, тормош күренештәре айырыуса ныҡ оҡшай”, – тип Венера Әмир ҡыҙы сканворд сисеүҙең үҙенең дә, яҡындарының яратҡан шөғөлө булыуы тураһында һөйләне.
Күмертау ҡалаһында йәшәгән Фәүзиә ИШКИНИНАның исеме лә гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Ул Республика политехник лицей-интернатында башҡорт теле һәм рухи-әхлаҡи мәҙәниәт нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара.
– Атайым почтальон булып эшләне, ул беҙҙә лә матбуғатҡа, баҫма һүҙгә һөйөү тәрбиәләне. “Башҡортостан” – минең өҫтәл гәзитем, уны эшемдә лә ҡулланам, ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләр менән уҡыусыларымды таныштырам. Бер генә матбуғат баҫмаһы алдырмаған ғаиләләр бар, “гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк” тип, ундайҙарға аптырайым. Ә сканвордтарға килгәндә, был шөғөл шул тиклем оҡшай! Ниндәйҙер сәм, ҡомар уяна, ҡайһы берҙә барыбер табам тип, төнгө сәғәт бер-икегә тиклем ултырам. Сканвордты сисеп бөткәс, хәрефтәр һанау бигерәк ирмәк! Ғөмүмән, йома беҙҙең ғаиләлә байрам кеүек ул. Тормош иптәшем Тәлғәт Хөрмәт улы менән икәүләп ярышып сканворд сисәбеҙ. Киләсәктә “Башҡортостан”дың дуҫтары күп булһын, матур йөкмәткеле гәзит нәшер итеп, беҙҙе ҡыуандырып эшләгеҙ, һәр йәһәттән уңыштар ғына теләйем, – тип изге теләктәрен еткерҙе Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы.
Йылдың-йылы гәзитебеҙгә яҙылып, уның тоғро дуҫтары булып ҡалған, һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булған уҡыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдереп, именлек-һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.