

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе күптән түгел Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылының иң егәрле ғаиләләренең береһе Гөлназ менән Риф Суриндарҙың йортонда булды.
– Май башында ҡара ҡаҙ тоҡомло себештәр алдыҡ. Бер ай самаһы өй янында аҫрап, Һаҡмар йылғаһына ҡыуып өйрәттек. Йәй буйы башҡа ҡаҙҙар менән бергә Һаҡмарҙа һыу инделәр. Көн һайын, көтөү киткәс тә, ауылдаштар менән бер рәттән һыу янына көтөү ҡыуғандай алып барабыҙ. Матур, күңелле күренеш ул. Өй һайын 15 – 35-ләгән ҡаҙ аҫрала. Ағы ла, ҡараһы ла, “Линда” тоҡомлоһо ла бар, ҡайһы берәүҙәр йорт тоҡомона өҫтөнлөк бирә. Ауылда бер-береңә ярҙам итеү, өмәләргә барыу – электән килгән йола. Күмәкләһәң, эш ырай, тиҙ теүәлләнә, күңелле лә була.
Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Мәҫәлән, ҡаҙ йөнө йолҡолған һауытҡа, һыҙламаһын, ауырыу китһен, тип ҡулдарҙы йылы мамыҡҡа тығып алдыҡ. Ә инде күрше Ләлә Ғәлиева һиҙҙермәй генә биткә ҡаҙҙың эс майын да ябып ҡуйҙы.
Артабан “Ҡаҙ ҡанаты”н йырлай-йырлай “Май ҡоймағы” менән урындыҡта самауырлап сәй эсеп, ял иттек. Эсен таҙалағандан һуң Һаҡмар буйына ҡаҙҙарҙы сайырға алып барҙыҡ, юл буйында киләһе йыл да ҡаҙҙар уңһын тип, ҡауырһындарын һибә-һибә барҙыҡ. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, ҡул хәйере биреп, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалдыҡ, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты йорт хужабикәһе Гөлназ Сурина.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.
- Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.