Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 04:00

Элвин Грейҙың кәләше йөҙөн үҙгәртә

Баҡтиһәң, был уның бала саҡ хыялы икән.

Элвин Грейҙың кәләше  йөҙөн үҙгәртәЭлвин Грейҙың кәләше  йөҙөн үҙгәртә
Элвин Грейҙың кәләше йөҙөн үҙгәртә

Радик Юлъяҡшиндың йәш кәләше Инзилә  операция яһатыу маҡсатында Мәскәүгә осҡан.

«Кп-Өфө» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ире Себер яҡтарында концерттар менән гастролдә йөрөгән арала, Инзилә ринопластика эшләтергә уйлай. Социаль селтәрҙәрҙә ул үҙенең яҙылыусыларына операцияға йыйыныуы, төрлө анализдар тапшырыуы хаҡында күптән белгерткәйне, әммә ҡайһы еренә, ниндәй операция икәнлеген сер итеп ҡалдырғайны. Күптәр, ҡайһы ергә операция, ҡайһы ереңде ҙурайтаһың, тип ҡыҙыҡһынған. Бына, ниһайәт, түҙемһеҙҙәрҙең һорауына яуап биргән ул. Баҡтиһәң, Инзилә танауының формаһы менән ҡәнәғәт түгел икән. Бик күптәр кеүек, уны бала саҡтан үҙгәртеү хыялы менән янған. Шулай итеп,  яҡындарының фатихаһы менән операцияға юлланған артистың кәләше. Беҙгә ҡалһа, былай ҙа бик сибәр йәш ҡыҙ. Уға  операцияны уңышлы үткәрһен тип теләйбеҙ.

Фото инстаграмдан.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас