Йәмғиәт
29 Октября 2021, 08:07

“Хәтер китабы”м тамам

Үткәндәрҙән һабаҡ алырға бурыслыбыҙ.

keywordbasket.comkeywordbasket.com
Фото:keywordbasket.com

2019 йылдың декабрь аҙаҡтары ине. Таныш түгел номерҙан шылтыраттылар. Оло ғына ағай: “Мин Солтан Сиражетдинов булам, Сермән ауылынан”, – тип тыныс ҡына таныштырҙы үҙе менән. Ҡыуанып киттем, әҙерәк аптыраным да, сөнки Солтан ағайҙы ишетеп кенә беләм, ә һөйләшергә, күрешергә насип булманы. Ни өсөн шылтыратҡанын әйтмәне. “Осрашырға кәрәк ине, ҡасан килергә була?” – тип һораны. Буш көнөмдә осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.

Бына ул иҫке генә “Жигу­ли”­йында ҡапҡам янына килеп туҡтаны. Сығып ҡаршы алдым, тартынып ҡына өйгә инде. “Ки­ленгә”, – тип ҡатыныма күстәнәс тотторҙо. Ғөмүмән, ошо көндән алып йыл буйы ул беҙгә йыш килде, һис буш ҡул менән йөрөмәне. Сәй ҡайнағансы, беҙгә төшкән юлының сәбәбен һөйләп бирҙе. Белорет районы буйынса сәйәси золом ҡорбан­дарының айырым китабын төҙөү ине Солтан ағайҙың ниәте. Кем минең менән һөйләшергә кәңәш иткәндер, кем телефон номерымды биргәндер – төпсөнмәнем. Был тәҡдим миндә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шулай уҡ уның яуаплы, ҙур, бик сетерекле эш булыуын аңлаһам да, һис икеләнеүһеҙ ризалаштым.

Солтан Мосауир улы Баш­ҡортостан буйынса золом ҡорбан­дары тураһындағы ете томлығының беренсе китабын да күрһәтергә тип алып кил­гәйне. Үҙемдең төп эштәремде әҙерәк ситкә ҡуйып, оҙаҡҡа һуҙмай, был йөкләмәне үтәргә тотондом. Материалдар йыйыр өсөн интернетта “Хәтер китабы” тигән төркөм астым, үҙебеҙҙең ауыл китапханаһынан золом ҡорбандары тураһындағы китаптың ете томын да барып алдым. Уларҙан Белоретҡа ҡағылышы булған золом ҡорбандарын һайлап алыуҙа ҡатыным да ҙур ярҙам күрһәтте. Үҙем уларҙы компьютерҙа йыйыу менән мәшғүл булдым. Барлыҡ исемлекте төҙөүгә ярты йыллап ваҡыт китте – 120-нән ашыу китап бите тулды, 1300 тирәһе исем-шәриф йыйылды.

Былтыр һәм быйыл йәй көндәрендә китап эше бер аҙға һүлпәнәйһә лә, килгән архив документтарын, иҫке фото­ларҙы эшкәртеп, йыйынтыҡҡа туплай барҙым. Бер нисә гәзит материалының электрон вариантын “Урал” гәзите редакцияһы ебәрҙе. Ә күпселеген компью­терҙа үҙемә йыйырға тура килде. Компьютерҙа нәшерләү эшен дә башҡарҙым. Архив документтарының байтағын Сермән тыуған яҡты өйрәнеү музейынан Рәмзиә Кәрим ҡыҙы Мамедова бирҙе. Солтан ағай ҙа килгән һайын яңынан-яңы материал ҡалдыра ине.

Шулай итеп, “Хәтер китабы” әҙер! Ул китап 300 бит самаһы буласаҡ. Күпме был, аҙмы?! Һәр хәлдә, ҡул аҫтымда булған барлыҡ материалды ла йыйын­тыҡҡа индерҙем. Киләсәктә, бәлки, китаптың дауамы ла булыр, тип уйлайым, сөнки уҙған быуаттағы илебеҙ, тыуған еребеҙ тарихының был аяныслы, ҡанлы өлөшөн өйрәнергә һәм тыуыр быуынға һабаҡ итеп ҡалдырырға бурыслыбыҙ.

Әлбиттә, китапты йыйып бөтөү ярты ғына эш әле. Уны уҡыусы ҡулына тапшырыу – икенсе, мөһим мәсьәлә. Был матди мәсьәләне беҙ – халыҡ, бағыусылар ярҙамы менән генә хәл итә алабыҙ, тип уйлайым. Ошо маҡсатта яҡташтарымдан ярҙам һорап, район гәзите аша мөрәжәғәт иттем.

 

Мәүлит КӘРИМОВ.

 

Белорет районы.

Читайте нас