

Уңған почтальон Гүзәл Фәзулла ҡыҙы – Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан. Ағаһының әрмелә бергә хеҙмәт иткән дуҫ егете – тракторсы Фәрит Ғарифулла улына тормошҡа сыға, Ҡомъяҙы ауылына килен булып төшә. Ауылда Сафиуллиндар нәҫеле бик булдыҡлы. Фәрит – егәрле егет. Уның атаһы, Ғарифулла олатай, 72 йәшенә тиклем фермала эшләне, үрнәк алырлыҡ кеше булды.
Фәрит ғүмере буйы алдынғы тракторсы булды – “ДТ-75”-тә эшләне. Уның хеҙмәт күләме йөҙҙәрсә гектарҙар менән иҫәпләнә. Мал аҙығын тығыҙлауҙа ваҡыт менән иҫәпләмәйенсә эшләне. Уға өлгөлө хеҙмәте өсөн бүләген дә даими биреп торҙолар.
Гүзәл менән Фәрит Сафиуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Гөлнара, Роберт һәм Рәмил ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне – яҡшы уҡыны, тәртипле, тыңлаусан булды.
– Гәзит-журнал таратыуҙа балаларым ярҙамлашты. Улар булмаһа, шул хәтле күләмле эште бер үҙемә атҡарыуы ауырға төшөр ине. Бергәләп, ауылдың бер осонан икенсе осон иңләп, ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар таратҡан ваҡыттар күп булды. 35 йыл эшләнем, бәхетемде шул хеҙмәттә таптым. Иң күп гәзит алдырыусылар уҡытыусылар, колхоз етәкселеге ине. Һәр ғаилә биш-алты төр гәзит-журнал яҙҙыра. Ул мәл хаттар заманы ла булды бит әле. Дөрөҫөн әйтәйек, хәҙер тормош ҡиммәттәре үҙгәрҙе, – ти Гүзәл Фәзулла ҡыҙы.
Сафиуллиндар күпләп мал тота, баҡса тултырып йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә.
– Ҡомъяҙы халҡын яраттым, улар ҙа мине үҙ итте. Донъялар тыныс булһын. Үҙем Бөрйән башҡорто булғас, башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙы таратыуға айырыуса иғтибар бирҙем. Интернет заманы бит: бөтәһендә лә кеҫә телефоны, кәрәҙле бәйләнеш, йәғни иҫ китмәле күп мәғлүмәт ағылған заманда йәшәйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, мәктәптән үк башҡорт теле дәрестәре уҡытыла. Беҙҙә башҡортса иркен һөйләшкән балалар күп.
Әйтергә кәрәк, бөгөн донъя етеҙ тиҙлек менән үҙгәрә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары – тынғыһыҙ күңелле, тырыш кешеләр. Улар мине ярты юлда туҡталып ҡалмаҫҡа, көслө булырға өйрәтте. Бында тормош ҡағиҙәләре лә башҡасараҡ. Ауыл гөрләп йәшәй. Һөнәрем ҡушыуынса, һәр йортта булам. Улар өсөн мин – көтөп алынған ҡунаҡ. Дуҫ, татыу фекерҙәштәр йәшәй ауылда. Улар тормош ваҡлыҡтарына иғтибар итмәй, – ти Гүзәл Фәзулла ҡыҙы.
- Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.