Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 17:00

Үлгән атаһы исеменә кредит алып...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Үлгән атаһы исеменә кредит алып...Үлгән атаһы исеменә кредит алып...
Үлгән атаһы исеменә кредит алып...

Намыҫһыҙ әҙәмдәр еңел аҡса эшләү өсөн бер ниндәй ысулдан да сирҡанмай. Өфөлә йәшәгән 32 йәшлек ҡатын кеүек...

Ул үлгән атаһы исеменә кредит алып, аҡсаһын үҙ мәнфәғәтенә тотонған. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итәләр.

Атай кеше 2019 йылдың сентябрь аҙағында вафат була. Ерләүҙе ойошторғанда ҡыҙы, мәрхүмдең исемен һуңғы тапҡыр файҙаланып ҡалырға уйлаптыр инде, уның мобиль телефоны ярҙамында кредит алыуға онлайн-ғариза тултырып ебәрә. Бер аҙ ваҡыттан һуң был һорауға ыңғай яуап килә һәм үлгән кешенең иҫәбенә утыҙ мең һум аҡса төшә. Үҙ сиратында ҡатын уны үҙ иҫәбенә күсереп, аҡсаны шәхси мохтажлығына тотоноп бөтә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң ғына банк хеҙмәткәрҙәре кредиттың үлгән кеше исеменә алыныуын асыҡлай һәм был сетерекле хәл буйынса полицияға мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта мут ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: byrich.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас