

Тарих – ул үткәндәр тураһында ғына түгел, ғәмәлдә бөгөнгө быуынға тәғәйенләнгән фән. Ысынлап та, тарихи хәтере юғалған быуын – башҡалар өсөн ҡорбан, ә киләсәге бөтөнләй билдәһеҙ. Данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы онотоуҙан һаҡлап алып ҡалған, киләсәк быуындар өсөн фәнни әҙәбиәткә һәм дәреслектәргә индерә барған ғалимдарыбыҙ ҙа бар беҙҙең. Шуларҙың береһе – Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Нурислам Мирхәйҙәр улы ҠАЛМАНТАЕВ.
– Нурислам Мирхәйҙәр улы, һеҙ Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкәнһегеҙ. Мәктәпте тамамлағас, Башҡортостанға уҡырға килергә, тарихсы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар иткәнһегеҙ...
– Ырымбур институты студенты булған ағайым мине Өфөгә уҡырға барырға күндерҙе. Күрәһең, үҙенә башҡорт халҡының мәркәзендә белем алырға тура килмәүе лә аҙмы-күпме эсен бошормай ҡалмағандыр. Республиканан ситтә йәшәһәк тә, Башҡортостанды үҙ төйәгебеҙ итеп ҡарау тойғоһо көслө ине беҙҙә. Ағайым: “Һин Өфөгә тарих факультетына бар, мәктәптә тарих буйынса Маҡтау грамотаһы ла алдың бит”, – тине. Ағайҙы тыңламай булмай, беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Ә тарих миңә, ысынлап та, оҡшай ине. Ниндәйҙер предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур булыу-булмауы, нигеҙҙә, уҡытыусыға бәйлелер, моғайын. Тарихты беҙгә Борис Владимирович Левшин уҡытты, ул – алыҫҡа йөҙөү капитаны. Оҙаҡ йылдар флотта хеҙмәт иткәс, тыуған яғына ҡайтып төпләнгән. Уны беҙҙең яңы асылған Плешаново мәктәбенә директор итеп ҡуйғандар. Ул бөтә донъяны гиҙгән, күпте күргән һәм күп белә, шуға күрә дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә ине”, – тип хәтерләй бөгөнгө тарих белгесе.
– Һеҙ бер осрашҡанда: “Мин уҡыған мәктәп уҡыусыларының яртыһы тиерлек немец балалары ине, башланғыс класта уҡ улар ыңғайына һөйләшергә өйрәндем”, – тигәйнегеҙ.
– Эйе, башланғыс кластарҙа уҡ немец телендә һөйләшеп йөрөй торғайным. Ярты мәктәп, ысынлап та, немец милләтенән ине, хатта уҡытыусылар араһында ла немецтар булды. Беҙҙең Үрге Ильяс (Тәңес) ауылынан алты километр алыҫлыҡтағы мәктәпкә йөрөгән Плешаново ауылы тирәһендә немец ауылдары ла бар, ул саҡта әле төбәктә ошо милләт халҡы күп ине. Туҡ йылғаһының бер яғында – башҡорт ауылдары, икенсе яғында немецтар килеп төпләнгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: беренсе класҡа уҡырға килгәндә, беҙ ҙә бер ауыҙ һүҙ русса белмәйбеҙ, улар ҙа шулай.
Уҡыу миңә еңел бирелде тип иҫәпләйем. Уҡытыусы класта балаларҙан бөгөнгө тема буйынса дөрөҫ яуап ала алмаһа, миңә өндәшә: “Ҡалмантаев, әйҙә, хәҙер һин әйтеп бир!” – ти торғайны.
– Ә тормошоғоҙҙоң ҡайһы мәлен иң шатлыҡлы көн тип иҫләйһегеҙ? Моғайын, ул да фәнгә йә һөнәрегеҙгә ҡағылышлылыр?
– Иң бәхетле мәлем, моғайын, университетҡа ингән көн булғандыр. Күҙ алдына килтерегеҙ: беренсе тапҡыр Өфөгә килгәнмен, баш ҡала урамдары буйлап йөрөйөм. Кем булып бит әле – Башҡорт дәүләт университеты студенты сифатында! Мин уҡырға ингән 1974 йылда тарих факультетына конкурс ҙур ине – бер урынға 10-дан ашыу кеше дәғүә итә. Ике имтиханды “бишле”гә, икәүһен “дүрт”кә тапшырҙым, аттестаттың балы – дүрт ярым.
Уҡытыусылар көслө ине беҙҙең мәктәптә. Район үҙәген Плешаново ауылына күсергәс һәм ике ҡатлы яңы мәктәп асылғас, улар һайлап алынғандыр, бәлки. Математика, рус теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле алып баралар ине, был иһә балаларҙа ла артабан уҡыу, белем алыу теләге тыуҙырмай ҡалмағандыр. Немец теленән немец милләтле уҡытыусы булды һәм БДУ-ла 3-сө курстан һуң ГДР-ға төҙөлөш отрядына барғас, мин немец телендә һөйләшеп йөрөнөм.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе икәнен иҫкә алмаһаҡ, был һеҙҙе шәхес булараҡ күрһәтеүҙе тоноҡлатыр ине. Ырыуҙар хәрәкәтен өйрәнеүҙә, айырыуса көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына тамырҙарын белергә ярҙам итеүҙә, шулар буйынса урындағы халыҡ өсөн күргәҙмә-саралар үткәреүҙә һеҙ башҡарған эш күп.
– Халҡыбыҙҙың шәхестәрен күтәрергә, бөгөнгө һәм үҫеп килгән быуындарҙың хәтеренә һалып ҡуйырға кәрәк – шул маҡсаттар йөрөтә беҙҙе республиканың район һәм ҡалалары, башҡорттар йәшәгән бүтән төбәктәр буйлап. Ҡайһы берҙә онотола яҙған тарихи шәхестәрҙе лә ҡайтанан тергеҙеү талап ителә. Мәҫәлән, бөтә донъяға билдәле бейеүсе Рудольф Нуриевтың шәжәрәһен юллау уның тамырҙарының башҡорттарға барып тоташыуын асыҡланы.
Айырыуса көнбайыш башҡорттарына был тәңгәлдә ярҙам кәрәк. Ошо төбәк башҡорттарының боронғо шәхестәрен асыҡлап, уларҙы үҙҙәренә ҡайтарып биреүҙе изге бурысым тип һанайым. Шул райондарҙан сыҡҡан күренекле башҡорт вәкилдәренең ярҙамы ла ҙур. Мәҫәлән, билдәле сатирик Марсель Сәлимов менән сәйәхәткә йыш сығабыҙ. Көнбайыш башҡорттары хуплап тора беҙҙең был ырыуҙар хәрәкәте буйынса башланғыстарҙы, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алалар, ихлас тыңлайҙар һәм ҡыҙыҡһыныу күрһәтәләр. Был беҙҙе тағы ла әүҙемерәк эшләргә дәртләндерә, әлбиттә.
Беҙҙең был эшкә юл асылыуы – заманыбыҙ өсөн бик һәйбәт күренеш, көнбайыш башҡорттары был хәрәкәткә мохтаж. Ул республика Хөкүмәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың һәм башҡаларҙың был эшкә ярҙамын юғары баһалай. “Һәр төбәк башҡорттарының үҙ диалекты бар, беҙгә мотлаҡ әҙәби телгә йәбешеп ятыу дөрөҫ түгел. Айырыуса беҙҙең яҙыусылар һәм шағирҙарға әйтке килә: әҙәби тел – ул яһалма тел һәм бер ҡалыпҡа һалынған һөйләш түгел, уны байытырға, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен дә иҫәпкә алырға кәрәк. “Һин әҙәби телдә һөйләшмәйһең, тип ул яҡ башҡорттарын ситкә тибеү булырға тейеш түгел”.
Башҡорттарҙың күренекле вәкилдәрен оноттормау, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында төрлө райондарҙа иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыу үҙе бер ҙур эш булып тора. Стәрлетамаҡта Муса Мортазинға, Бүздәктә Хафизулла Ҡушаевҡа, Тәтешлелә Кейековтарға, Борайҙа башҡорт милли автономияһы төҙөгән уҙамандарға, Шишмә районында Ҡәнзәфәр бейгә, Һамарҙа Ғөбәй Дәүләтшинға һәм халҡыбыҙҙың башҡа күренекле ул һәм ҡыҙҙарына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Халҡыбыҙҙың тарихын иҫкә төшөрөп торған бындай таҡтаташтар Туймазыла, Краснокама районында, Дүртөйлөлә, Саҡмағошта, Татарстанда һәм Ҡурған өлкәһендә бар хәҙер.
Беҙ ғалимдар Марат Ҡолшәрипов, Нәзир Ҡолбахтин, Нияз Мәжитов, Ирек Аҡманов, Рәғиб Насретдинов һәм башҡа абруйлы, билдәле шәхестәребеҙҙең әүҙемлеген өлгө итеп алырға, эш темпын арттырырға бурыслыбыҙ. Яңы быуын бөгөнгө белгестәрҙән өлгө алырға ла, заманға ярашлы, яңыса эшләргә лә тейеш, йәштәр менән аралашыуҙы көсәйтергә кәрәк.
– Фәндең киләсәгенә ҡарата нимә әйтергә мөмкин? Ҡайһы бер оло быуын ғалимдары борсола: беҙгә алмашҡа килгән йәштәр бик аҙ, тиҙәр.
– Ә мин – оптимист. Ни тиһәң дә, замандар үҙгәреп тора, хатта үтә тиҙ үҙгәреп ҡуя, тиергә лә була. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары замандың нисек үҙгәрәсәген тоҫмаллап йәшәргә һәм уға яраҡлаша барырға бурыслы.
Өфөлә кампус төҙөү планы ла – бик кәрәкле һәм заман талап иткән маҡсат. Юғары уҡыу йорто мөмкин тиклем ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәрҙең быға ризаһыҙлыҡ белдереүе миңә аңлашылмай. Ошонда, Ағиҙелдең БДУ эргәһендәге яр буйы тирәләй студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ҙур, матур биналар төҙөп ҡуялар икән, ни өсөн беҙ ҡаршы булырға тейеш әле? Заманса уҡыу аудиториялары барлыҡҡа киләсәк, студенттар һәм хатта уҡытыусылар өсөн торлаҡ та буласаҡ, тиҙәр.
“Ни өсөн ошондай ваҡыт килде?” тип зарланыу дөрөҫ түгел, ваҡыт беҙҙән һорап тормай. Беҙ ҡасан һәм ниндәй ваҡыттар башланыуын алдан һиҙеп өйрәнергә һәм яраҡлашып өлгөрөргә тейешбеҙ.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.