Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 07:52

Мисәт көсө

30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.

Сәйәси золом, нахаҡҡа хөкөм итеү Белорет районындағы беҙҙең бәләкәй генә Рысыҡай ауылын да урап үтмәгән. Олатайыбыҙ Хәйретдин Мөхәмәтлатиф улы Латиповты мулла булғаны өсөн генә нахаҡҡа ғәйеп тағып, берҙән-бер һыйырын, атын тартып алып, үҙен урман ҡырҡыу эшенә ебәрәләр.

Олатайыбыҙ 1870 йылда Рысыҡай ауылында тыуа. Бала сағынан күп ауырлыҡтар кисереп, яҡын туғандарын юғалтып, аслы-туҡлы, ләкин көслө рухлы, зирәк булып, физик яҡтан сынығып үҫә. Һәр йәһәттән дә уңған, балта оҫтаһы, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнай. Белемгә тартылыуы көслө була – үҙаллы ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнә. Дин юлына баҫа. Аят-сүрәләрҙе, доғаларҙы бала сағынан уҡ белә.

Егет ҡорона еткәс, Өфөгә йәйәүләп сығып китә һәм, имтихандар тапшырып, тыуған ауылына указлы мулла булып ҡайта. Ауылдаштары уны ғәҙеллеге, ярҙамсыллығы өсөн бик ихтирам итә. Сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда кәңәш һорап уға киләләр. Арба-сана, ағастан ҡашығаяҡ, биҙрә, көйәнтә кеүек өй араһында кәрәкле әйберҙәрҙе лә “һә” тигәнсе эшләп бирә.

Һуңынан ул Хәспиямал исем­ле ҡыҙға өйләнеп, 1903 йыл­да Шәһитә һәм 1909 йылда Шәрифә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ҡатыны ауырып үлеп киткәс, Гөлйемеш өләсәйгә өйләнә. 1920 йылда – улдары Талип, 1924 йылда ҡыҙҙары Хәҙисә тыуа.

Тыныс ҡына көн күргән мәлдә 1925 йылда ғаиләгә ҙур бәлә килә. Хәйретдин олатайҙы муллалыҡта ғәйепләп ҡулға алалар. Мал-тыуарын тартып алғанда яңы ғына тыуған бы­ҙауҙы, үҫтереп бирерһегеҙ, тип ҡалдыралар. Ауылдаштары аслыҡтан, граждандар һуғышы­нан бөлгөнлөккә төшөп, саҡ  ары­нып килһә лә, хөрмәт иткән муллаларының ғаиләһенә яр­ҙам итергә тырыша. Кемдеңдер быҙауы үлә. Шуны өләсәйгә алып килеп, урындағы власть вәкилдәренә “быҙау үлде” тип күрһәтәләр. Ә өләсәйемдең быҙа­уын алып ҡайтып, үҙҙәренең һыйырына ҡушып, аҙаҡтан үҫтереп кире бирәләр.

Бәләкәс Хәҙисәне имеҙеп ултырғанда өләсәйем аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығыла. Күршеһе Һибәтуллин Илһам олатай, хәл белергә инеп, күреп ҡала. Көн дә ат һурпаһы индереп эсереп, өләсәйҙе аяҡҡа баҫтыра. Бесән эшләргә йөрөп, еләк менән генә туҡланалар. Ҡайтыуҙарына Сәмсиниса тигән өләсәй берәр стакан ҡатыҡ эсерә. Был изге күңелле өләсәй кешеләрҙе өшкөрөп дауалаған булған. Уға төрлө яҡтарҙан да килгәндәр. Ҡапҡаһы янында егеүле аттарҙа сират көтөп торғандар.

Өләсәйемдең бер туған Мәүлитша исемле ҡустыһы ауыл советында секретарь булып эшләгән. Олатайымдың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡлығын иҫбатлап, ауыл халҡы ҡултамға йыя. Мәүлитша ниндәй мөғжизә менәндер (үҙе генә белгән), рә­йестең сейфынан мисәтте ҡу­лына төшөрә. Ауылдаштары, мисәт һуғылған ҡултамғалар ҡағы­ҙының көсө менән, олатайымды ете айҙан һуң тыуған ауылына ҡайтарыуға өлгәшә. Мәү­литша 18 йәшендә генә, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, үлеп ҡала.

Хәйретдин олатай 101-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул ауылдаштарының ярҙамын һис онотмай, күҙ йәше аша рәхмәт­тә­рен әйтеп, доға ҡылып ултырҙы.

Нахаҡҡа ғәйепләнеп хөкөм ителеүселәр араһында беҙҙең Рысыҡай ауылынан тағы ике кеше бар. Шәғәле Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов 1908 йылда тыуған. Мал-тыуарын, өйөн тартып алып, үҙен ҡулға алалар. Ике бүлмәле өйөндә оҙаҡ йылдар мәктәп булды. Уға шул китеүенән тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәбәрһеҙ юғала...

Йәнһәйет Шәрәфетдинов 1937 йылда ҡулға алына. Халыҡ дошманы мөһөрө тағылып, атырға хөкөм ителә. Ҡатыны ете бала менән тороп ҡала...

 

Нәзирә ХАФИЗОВА.

 

Белорет районы.

Читайте нас