

Быйыл көҙ Владимир Путиндың башланғысы менән тотош ил буйынса “Пушкин картаһы” проекты ғәмәлгә инде. Ул – 14–22 йәш арауығындағы йәштәргә дәүләт иҫәбенә концерттарға, спектаклдәргә йөрөргә мөмкинлек биргән үҙенсәлекле ярҙам сараһы. Был яҡшы башланғыстың уңайлы яҡтарын, ул асҡан мөмкинлектәрҙе күп йәштәр баһалап та өлгөргән.
Тағы ла бер тапҡыр карта тураһында
“Пушкин картаһы”н юллау, ҡулланыу тураһында баҫмабыҙҙа хәбәр иткәйнек инде. Шулай ҙа төп асылына йәнә туҡталып үтәйек. Уны юллау – еңел, ябай ғына эш. Бының өсөн иң тәүҙә “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә теркәлеп, иҫәп яҙмаһын раҫлатыу зарур. Артабан телефонығыҙға “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” (“Госуслуги.Культура”) ҡушымтаһын күсереп алығыҙ. Быны AppStore һәм Google Play сервистары ярҙамында эшләп була. Өҫтәмә теркәлеү кәрәкмәй, “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге логин һәм серһүҙ менән инергә мөмкин. Ҡушымтала “Пушкин картаһы”н сығарыуҙы раҫлағыҙ. Бына шул ғына!
Техник йәһәттән ҡарағанда, картаны ҡулланыу өсөн ҡушымта ла етә. Интернет-магазиндағы кеүек уның ярҙамында ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда билет һатып ала алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти пластик картаны ла эшләтергә мөмкин. Бының өсөн, мәҫәлән, “Почта Банк”тың офистарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (улар почта бүлексәләре менән йәнәш урынлашҡан). Киләһе йылдан проектта ҡатнашҡан банктар исемлеге киңәйер тип күҙаллана. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС-тың булыуы мотлаҡ. Һеҙгә пин-кодлы пластик карта бирәсәктәр. Был башланғыс тулыһынса бушлай һәм картаны хеҙмәтләндереү өсөн дә аҡса түләү ҡаралмаған.
Белеүебеҙсә, быйыл һәр кемдең “Пушкин картаһы”на өс мең һум аҡса күсерелә, киләһе йыл тағы биш мең һум өҫтәләсәк. Был сумманы мәҙәни сараларға тотонорға мөмкин. Карта Өфөлә лә, Петербургта ла, башҡа ерҙә лә ғәмәлдә буласаҡ. Цирк тамашаһына йәки киноға билет һатып алыу мөмкин түгел, әммә исемлектә бик күп ҡыҙыҡлы музейҙар, күргәҙмәләр һәм концерттар бар. Улар даими рәүештә яңырып тора. Саралар исемлеге менән “Культура.РФ” сайтында “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” (“Госуслуги.Культура”) ҡушымтаһында танышырға мөмкин.
Картаны дебет йәки кредит картаһы рәүешендә ҡулланып булмай. Уның менән магазинда аҙыҡ-түлек һатып алыу, мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн түләү, икенсе картанан аҡса күсереү йәки банкомат аша тулыландырыу мөмкин түгел. “Пушкин картаһы” менән исемлеккә ингән мәҙәни саралар өсөн генә түләп була.
Ниндәй сараларға барырға мөмкин?
“Пушкин картаһы”на Өфөнөң һәм республиканың ҙур музейҙары һәм театрҙары ҡушылды. Был исемлектә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Рус дәүләт драма театры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Нур” татар драма театры, Ҡурсаҡ театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө планетарийы, Республика Милли музейы, БР Милли әҙәбиәт музейы һәм уның филиалдары, Нестеров исемендәге музей, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар бар.
Ниндәйҙер сараға барыу өсөн “Культура.РФ” сайтына инеп, “Пушкин картаһы” тигән төймәгә баҫырға, артабан “Бөтә ваҡиғаларҙы ла ҡарарға” һәм “Башҡортостан Республикаһы” тигән бүлектәрҙе һайларға. Сараларҙы төркөм (мәҫәлән, тик концерттар), ваҡыты, хаҡы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ҡарарға мөмкин. “Пушкин картаһы” менән түләргә” тигән команданы һайлайһығыҙ, һәм билет электрон почтағыҙға килеп төшәсәк. Бик ябай һәм уңайлы.
Программаның ҡағиҙәләре башҡа кеше өсөн билет һатып алыуҙы рөхсәт итмәй. “Пушкин картаһы” буйынса алынған билеттарҙың барыһы ла тәғәйен кеше исеменә һатыла. Сараға барған мәлдә һеҙҙән шәхесте танытҡан документ һорауҙары ихтимал.
Йыллыҡ лимит “Пушкин картаһы”на йылына бер тапҡыр 1 ғинуарға тиклем күсерелә. Уны бүлеп тә, бер юлы ла тотонорға мөмкин, әммә картала аҡса йыйылып ятмай. Мәҫәлән, быйыл 1 мең һум ғына тотонһағыҙ, 2022 йылдың 1 ғинуарында картағыҙҙа 7 мең түгел, ә бөтәһенеке кеүек үк 5 мең һум аҡса буласаҡ. “Пушкин картаһы” менән сараларҙы өлөшләтә түләп булмай. Әгәр карта ярҙамында билет һатып алырға теләһәгеҙ, сараның тулы хаҡын түләргә тейеш булаһығыҙ.
Йәштәргә оҡшай
Башланғыстың тормошҡа ашырыла башлауына арыу ғына ваҡыт үтте, күп кенә йәштәр “Пушкин картаһы”ның мөмкинлектәрен һынап ҡарарға ла өлгөргән. Әйҙәгеҙ, уларҙың фекерҙәрен тыңлап үтәйек.
Фирүзә, Рәсәй финанс университетының Өфө филиалы студенты:
– “Пушкин картаһы”н тәүге көндәрҙә үк юллап алдым. Сентябрь айында Мәскәүгә бер нисә көнлөк ялға барып ҡайттым. Карта ярҙамында баш ҡалабыҙҙың байтаҡ иҫтәлекле урындарын күреү мөмкинлегенән файҙаландым, мәҫәлән, данлыҡлы Дәүләт Третьяков галереяһында, Ҡыҙыл майҙандағы Дәүләт тарих музейында булдым. Третьяков галереяһының ҙурлығы, иҫ киткес бай фонды хайран итте.
Әле картамда аҡса бар, төркөмдәштәр менән Өфө театрҙарының береһенә спектаклгә барырға йыйынабыҙ. Был карта йәштәргә театр, музейҙар менән танышыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирҙе, ул бик уңайлы һәм кәрәкле ярҙам сараһы, тип иҫәпләйем.
Камила, Өфө технология һәм дизайн колледжы студенты:
– Баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында һәм Рус дәүләт драма театрында спектаклдәр ҡараным. Быға тиклем Рус драма театрында бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ ине. Тамашалар бик оҡшаны. Картала әле ярайһы күп аҡса бар, уны Яңы йылға тиклем тотоноп бөтөрмөнмө-юҡмы, әлегә белмәйем. Карта менән патриотик киноларға билет алырға ла рөхсәт итһәләр, бик яҡшы булыр ине.
Иршат ФӘЙЗУЛЛИН, Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры:
– “Пушкин картаһы” буйынса беҙҙең театрға билеттарҙы рәсми сайтыбыҙ, kassa.ru сайты, шулай уҡ театрҙағы кассаға мөрәжәғәт итеп һатып алырға мөмкин. Һәр мәҙәниәт учреждениеһының репертуарындағы сараларҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығындағы белгестәр советы ҡарап, уларҙың әлеге проектҡа ярашлы булыу-булмауын хәл итә. Беҙҙең репертуарҙағы бөтә спектаклдәр ҙә һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Йәштәр “Пушкин картаһы” буйынса тамашаларға теләп йөрөй, әлеге мәлгә ошо башланғысҡа ярашлы, 600-ҙән ашыу билет һатылған. “Ат уйнатып алдан бара”, “Хыялға ҡаршы”, “Бәхет хаҡы” кеүек спектаклдәргә килеүселәр күп. Тиҙҙән “Ай тотолған төндә” һәм “Урал батыр” эпостары буйынса ҡуйылған әҫәрҙәр йәнә сәхнәгә сығасаҡ. Йәш тамашасыларҙы уларҙа ла көтөп ҡалабыҙ.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре:
– Әлбиттә, “Пушкин картаһы”ның ғәмәлгә индерелеүен, хәҙерге ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән ғилми хеҙмәткәр булараҡ, хуплап ҡаршы алдым, сөнки хәҙерге йәштәрҙең күпселегенең мәҙәни тормоштан ситләшә барыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә был яңы башланғыстың йәш быуынға мәҙәни тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнаясағына иманым камил. Мине, мәғариф өлкәһе менән яҡшы таныш булған элекке башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын, бигерәк тә йәштәребеҙҙең туған телебеҙгә, сәнғәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә битараф була барыуы ныҡ борсой.
Ә бит “Пушкин картаһы”н тап ошо юҫыҡта ла ижади файҙаланырға мөмкин дәбаһа? Нисек итепме? Әйтәйек, БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре “Пушкин картаһы”нан файҙаланған уҡыусыларҙы, студенттарҙы, ғөмүмән, йәштәрҙе туған халҡыбыҙҙың мәҙәниәт һәм әҙәбиәт донъяһына яҡынайтыу маҡсатында, тотош саралар программаһы әҙерләне. Бында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижадына һәм тормош юлына арналған экскурсия, әңгәмәләр, квест-уйындар, конкурстар үткәреүҙәрен тыш, яҙыусылар менән осрашыуҙар, китап уҡыусылар конференциялары, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һымаҡ бик күп төрлө эш ҡаралған. Шулай уҡ был сараларҙы теге йәки был уҡыу йорто, мәктәп, айырым кластар өсөн махсус рәүештә үткәреү мөмкинлеге лә бар. Ҡыҫҡаһы, йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр бит: “Пушкин картаһы” менән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейына рәхим итегеҙ, йәш дуҫтар!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.