

Бер йыл элек 29 октябрҙә арабыҙҙан киткән республиканың билдәле ижтимағи-сәйәси эшмәкәре Өлфәт Мансур улы Мостафиндың яҡты иҫтәлегенә Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылындағы ҡәберенә һәйкәл ҡуйылды.
Уны тантаналы асыуҙа республика Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар вәкилдәре, мәрхүмдең туғандары, яҡындары ҡатнашты.
"Өлкән дуҫыбыҙ һәм иптәшебеҙ, беҙҙең абзый шундай яҡты йәштә арабыҙҙан китте. Был йылыбыҙ иҫтәлектәр менән үтте. Уны кәңәшмәләрҙә, өйҙә хәтерләнек. Һәм һәр ваҡыт иҫкә аласаҡбыҙ. Бөгөн һәйкәл асабыҙ. Моғайын, ул матур, яҡшы булыр. Шуның өсөн барыбыҙ ҙа бергә эшләнек. Әммә миңә иң шәп һәйкәл – уның эше, уның хаҡында хәтер. Өлфәт Мансур улы, ысынлап та, күп эшләне һәм тағы ла күберәк атҡарырға тырышты. Уның Өфө мэры булараҡ ҡуйған пландарын тормошҡа ашырһаҡ, был Өлфәт Мостафин хаҡында бик яҡшы хәтирә буласаҡ", - тине Радий Хәбиров.
"Командабыҙҙың иң аҡыллы, ышаныслы ағзаһы булған Өлфәт Мостафинһыҙ бер ауыр йылды йәшәнек. Ул Өфө һәм Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән эшлекле етәксе ине", - тине Андрей Назаров.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков Өлфәт Мостафин тәҡдим иткән күп социаль башланғыстарҙы билдәләне.
Фото: glavarb.ru