

Баш ҡалабыҙҙан артыҡ алыҫ урынлашмаған Ғафури районы биләмәһенең ҙур өлөшө тау-урмандарҙан тора, көнбайыштағы тигеҙлекте Ағиҙел йылғаһы үҙәне биләй.
Күптән түгел “Дәүләт һатып алыуҙары” рәсми сайтында Ғафури районындағы тап ошо Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәренә 372 миллион һум аҡса йәлеп ителәсәк, тигән мәғлүмәт баҫылды. Документтарға ярашлы, буласаҡ подрядсынан 16 ай эсендә был эштәрҙе атҡарып сығыу талап ителә. Килешеүҙең башланғыс суммаһы – 372,3 миллион һум. Проектҡа ярашлы, яр буйҙарын нығытыу, күпер плитәләрен алмаштырыу һәм башҡа эштәр ҡаралған. 406,12 метр оҙонлоғондағы участканы ремонтлауҙы 2025 йылдың 15 сентябрендә тамамларға кәрәк.
Әйткәндәй, Республика көнө алдынан Ғафури районының Красноусол ауылында тағы бер йәмәғәтселек биләмәһе барлыҡҡа килде.
Красноусол ауылындағы Коммунистик урамдағы аллея “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы нигеҙендә хасил булды.
“Был ер биләмәһенең төҙөкләндерелгәнгә тиклем нисек булғанлығын бик яҡшы хәтерләйем. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыл уртаһындағы урын заманса, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булған, хәҙер тағы парк зонаһы урынлашҡан уңайлы киңлеккә әйләнде, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. – Биләмәнең матур һәм уңайлы булыуы – ҙур хеҙмәт емеше. Был – төҫлө фонтанды ҡороу, тротуар брусчаткаһын һалыу, яҡтыртыуҙы, видеокүҙәтеүҙе ойоштороу, “Мин Красноусолды яратам” арт-объектын, архитектураның бәләкәй формаларын ҡуйыу, йәшелләндереү, туҡталҡаға асфальт түшәү”.
Саф һауала йөрөү һәм ял итеү өсөн тәғәйенләнгән зонала брусчатканан тротуар һалынған. Ул Башҡортостан Республикаһының төп символы булған ҡурай формаһында эшләнгән. Уның һәр таж япрағы өҫтөндә эскәмйәләр ҡуйылған, сәскәнең төп өлөшөндә “Мин Красноусолды яратам” арт-объекты урынлашҡан. Аллея уртаһында төҫлө, динамикалы фонтан бар. Был биләмә видеокүҙәтеү һәм яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән. Аллеяны асҡанда уҡыусылар 12 ҙур шыршы ултыртҡан.
Подрядсы ойошма – “Ингстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ул, төҙөлөш эштәрен бер нисә этапта атҡарып, байрамға ҡарай тамамлаған.
Ғафури районы халҡының уңайлы тормошо өсөн яҡшы шарттар барлыҡҡа килтергән, ауыл биләмәләренең эстетик йөҙөн формалаштырыу өсөн тос өлөш индергән предприятие директоры Бәҙретдин Ғәзгәрәев һәм уның хеҙмәткәрҙәре район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ошондай уҡ наградаға йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығы етәксеһе Зөфәр Хафизов һәм уның хеҙмәткәрҙәре лә лайыҡ булған.
Әйткәндәй, парк киләсәктә лә төҙөкләндереләсәк. Бында тағы артобъекттар, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк, ағастар ултыртыласаҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА