

Был шомло ваҡиғалар йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, улар һалған яралар һаман йөрәкте әрнетә. Утыҙ етенсе йыл... Белорет районының Сермән ауылы ир-аттарын да ситләтеп үтмәй был тәҡдир. Һүҙем бына ошо кешеләрҙең яҙмышы тураһында. Ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән ауылдаштарымдың күбеһе үлеп бөтһә лә, иҫәндәре ул йылдарҙы ғазаптар менән иҫкә ала.
Күпме кешене кулаклыҡта ғәйепләп, мал-тыуарын, йорт-ҡураһын тартып алып ситкә оҙаттылар. Күпме кешенең ғаиләләрен зар илаттылар. Сәғәҙәт ҡартты ғына алайыҡ. Уның ныҡ ауырып ятыуына ла ҡарамайынса, өйөн, малдарын колхозға тартып алып, үҙен кулак итеп Себергә ебәрҙеләр. Сәғәҙәт ҡарт, Нуриман районына барып етеп, үлеп ҡалған. Ундайҙар күп ине. Тик үҙем иҫләгәндәрҙе генә яҙып үтергә булдым.
Шәйхетдин ағайҙың ҡатыны Мәймүнә инәй аслыҡтан шешенеп үлде. Ул инәй, колхоздың астан үлгән малын өйөнә килтереп, бешереп ашай ине. Юл буйында кеше талау, аяуһыҙ үлтереүҙәр бигерәк көслө булды.
Утыҙ етелә башланған һәм ошо йылдар ҡорбаны булған Искәндәр Мулдашев ағайҙың һүҙҙәрен иҫкә алһам, тәндәрем зымбырҙап китә:
– Мине нахаҡҡа ҡулға алыуға өс кеше булышлыҡ итте. Белоретҡа килтереп япҡас, хәлдән тайғансы ҡамсы менән туҡманылар. Ашарға түгел, эсергә лә һыу юҡ. Тамаҡ кипте. Һыу эске килә, әммә мәрхәмәт көтөүҙәребеҙ юҡҡа ғына булды...
Шулай бер ваҡыт Инйәр яғынан бер мулланы килтерҙеләр. Уны ҡамсы менән туҡмап, иҫһеҙ һалып ҡуйҙылар. Барыбыҙға ла бер һорау: “Һинән башҡа ойошмағыҙҙа тағы кемдәр булды?”
Тотҡондарҙың барыһы ла тиерлек Колымаға ебәрелде. Ауырлыҡтарға, язалауҙарға түҙә алмай, күптәр донъя менән хушлашты. Һуңынан тотҡондарҙы ағас ҡырҡыу эшенә оҙаттылар.
Урта Сермәндән Имам ҡартты ғына алайыҡ.
“Ҡәһәр һуҡҡан Николай
Һигеҙ һыйыр һауҙырҙы,
Рәхмәт Совет власына –
Бер кәзәгә ҡалдырҙы”, –
тигән таҡмағы уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә. Шул төндә Имам ҡарт ҡулға алына. Шул китеүҙән ул ауылына әйләнеп ҡайтмай.
Ул йылдарҙа ауылда ҡалған кешеләр ҙә аҙ нужа күрмәне. Миңә ул ваҡытта ни бары ете йәш ине. Халыҡтың күҙгә күренгән йүнле нәмәләрен дә тартып алырға тартынманы улар.
Шулай ат менән Аҙнағолға картуф сәсергә китеп барам. Картуфты бушаттыртып, атты колхозға тип алды ла киттеләр. Мин урам уртаһында ҡалдым, картуф тултырылған тоҡҡа көсөм етмәгәнгә илап, Бәҙретдин олатайҙарға табан киттем. Ә унда бер нисә кеше олатайымдарҙың әйберҙәрен тейәп тора ине. Үҙҙәрен ҡыуып сығарып, өйҙәрен колхоз канцелярияһы иттеләр. Олатайымдар буш торған бер серек өйгә сыҡты.
Бер ваҡыт йоҡларға ятһаҡ, өйгә өс кеше килеп инде. Мин ҡурҡып илай башланым. Шул кистә олатайымды һыу буйына алып барып аттылар. Иртәнсәк беҙ өләсәйем менән олатайымды барып ҡараныҡ...
Күп кеше юҡ ителде ул йылдарҙа. Ситкә ҡыуылған, асҡа үлгәндәр ҙә байтаҡ булды. Шуныһы ҡыҙғаныс, ошо ауыр йылдарҙа иңгә-иң терәп йәшәйһе урынға бер-береһен батырырға тырышҡандар ҙа булды.
А. БӘҘРЕТДИНОВ.
Белорет районы.