Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 15:30

Урамдарҙы биҙәгәндә дизайн-код ғәмәлгә индерелә

Һәр проект – ҡаланың социаль инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән мөһим аҙым.

Урамдарҙы биҙәгәндә дизайн-код ғәмәлгә индереләУрамдарҙы биҙәгәндә дизайн-код ғәмәлгә индерелә
Урамдарҙы биҙәгәндә дизайн-код ғәмәлгә индерелә

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда ҡалалағы парктарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу планы тикшерелде.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҙур рекреация объекттарын төҙөкләндереү проекттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, киләһе йыл төҙөүселәр Инорс биҫтәһендәге “Теплое” күленең яр буйында, баш ҡаланың Дим районындағы “Үҙәк” паркында, Черниковкалағы Дан бульварында, Нефтехимиктар паркында эшкә тотона. Ә 2023 йылда Урмансылар исемендәге паркта, Аксаков исемендәге баҡсала, Ленин һәм Ғафури парктарында модернизация башлана. Ҡайһы бер объекттар буйынса тейешле документация әҙерләнә лә инде.  

– Һәр проект – ҡаланың социаль инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән мөһим аҙым, ул өфөләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә заманса планлаштырыу ҡарарҙарын төҙөргә һәм бөтә йәштәгеләр өсөн ысынлап та уңайлы, функциональ киңлектәр булдырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Ҡала дизайны үҙәге директоры Руслан Алмаев Өфөнөң 450 йыллығына урамдар һәм майҙандар биҙәлешендә берҙәм дизайн-код индереү зарурлығы тураһында һөйләне. Был документтар комплексы биналар, ҡоролмалар фасадтарындағы элементтарға талаптар стандартын һәм принциптарҙы билдәләйәсәк. Ул Өфөнөң архитектур-тарихи мираҫын һаҡлау, эшҡыуарлыҡ объекттары өсөн берҙәм ҡарарҙар ҡабул итеү, йәйәүлеләр өсөн уңайлы визуаль мөхит булдырыу өсөн кәрәк.

Дизайн-код алтаҡталарҙы, мәғлүмәт таҡталарын, витриналарҙы, адрес аншлагтарын һәм башҡа элементтарҙы урынлаштырыуҙы регламентлай. Документтар төҙөлгәс, баш ҡаланың үҙәк урамдарында, байрам майҙансыҡтарында, Өфөгә ингән ерҙә биҙәлешкә берҙәм ҡараш булдырыласаҡ.

– Дизайн-код илдең күп кенә ҡалаларында бар. Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына урамдарҙы биҙәүгә ошондай ҡарашты мотлаҡ ғәмәлгә индерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы шулай уҡ байрам сараларын үткәреү графигын һәм программаларын алдан уҡ төҙөй башларға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147105.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147105.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас