Йәмғиәт
29 Октябрь 2021, 08:22

Йәмләнде Ҡолош шишмәһе!

Ғафури районының Яугилде ауылы халҡы ауылдан километр самаһы йыраҡлыҡта Умарталыҡ буйында сылтырап ағып ятҡан Ҡолош шишмәһенә һыуға йөрөй ине.

Шишмә берҙән-бер эсәр һыу сығанағы булды. Бынан ҡырҡ йыл самаһы элегерәк, һыуҙы ауыл урамдары буйлап һуҙылған торбалар аша колонкаларҙан ала башлағас, Ҡолош шишмәһе онотола төштө. Татыр һыуҙың юшҡынын бөтөрә, тип Ҡолош һыуын иҫләп кенә ҡуйыу түгел, бала саҡтары үткән ситтәге ауылдаштар, килен булып төшкәс, һыу ташыған саҡтарын һөйләгән әбейҙәр һағыналар ине. Шулай ҙа уны бөтөнләй ташлап ҡуйманы ауыл халҡы, тирә-яғын сабып, һыу юлын асып, бураһын яңыртып ҡуйыусылар ҙа булды.

Республикабыҙҙа “Атайсал” проекты эшләп киткәс, ауылыбыҙҙың киләсәген, йәшәйешен гелән ҡай­ғыртып, әйҙәләп торған, ошо ауылда тыуып үҫкән, Башҡортостан Мил­ли архивы директоры урын­баҫары, билдәле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз­бай Булатбай улы Сәлимов Ҡо­лош шишмәһен төҙөкләндереп, яңы һулыш биреүҙе йыл бурысы итеп ҡуйҙы. Өс-дүрт ай эсендә бөтә ауыл халҡынан һәм ситтәге ауылдаштарҙан аҡса йыйыу ойошторолдо, эш планы төҙөлөп, эште башҡарып сығыусылар ҙа билдә­ләнде. Бурлы ауылы хакимиәте башлығы Азат Кашафетдин улы Хәйретдинов етәкселегендә кәрәк­ле материалдар һатып алынды, ташылды. Ҡолоштоң тирә-яғын таҙартыу, һыу юлын асыу, буяу кеүек эштәрҙән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.

Шулай итеп, Республика көнөнә ҡарата сәскә кеүек балҡып торған Ҡолош шишмәһен асыу тантанаһы ойошторолдо. Ул көндә Ҡолош янында йәш ағастар ултыртып, тирмә ҡороп, шишмә һыуынан сәй табыны әҙерләп, йырлап-бейеп байрам итте Яугилде халҡы. Ауы­лыбыҙҙың оло йәштәге әбейҙә­ренең дә килеүе байрамға йәм өҫтәне. Уларҙың йөҙҙәре балҡыһа ла, күҙҙәрендә йәш сағыла ине. Ҡыуаныслы сараны “Ләйсән” йыр ансамбле музыкаль яҡтан биҙәне, уҡыусы балалар ауылдашыбыҙ Кәрим Булаттың Ҡолош тураһын­дағы шиғырҙарын уҡыны, Әлиә  Ғәлиәхмәтова иһә кисәне килешле һүҙҙәр менән алып барҙы. Н.Б. Сә­лимовтың шишмәне төҙөклән­де­реүҙә ҙур тырышлыҡ күрһә­теү­се­ләргә бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырыуы ла күптәрҙең күңеленә хуш килде.  Күмәкләгән – яу ҡай­тарған, тигәндәй, бөтә халыҡ менән тотонғанда күп ауырлыҡ­тарҙы еңергә, яңы уйҙарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин икәнлегенә ышанып йәшәй Яугилде халҡы.

 

Лилиә МИНИЯЗОВА.

 

Яугилде ауылы.

Читайте нас