

28 октябрҙә ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә 80 йәшлек инәйҙең магазин ҡыйығына йығылып төшөүе хаҡында хәбәр килә.
Хәл Өфөнөң Октябрь проспектындағы 81/2-се йортта булған, тип белдерә "Башинформ". Шылтыратыуҙан һуң тиҙ генә унда Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре, "Ашығыс ярҙам", полиция килеп етә.
Асыҡланыуынса, әбей дүртенсе ҡаттан йығылған. Бәхеткә, йорттоң беренсе ҡатында магазин урынлашҡан, ҡатын шуның ҡыйығына төшкән. Әле ул дауаханала. Ошонан алдағы көндә лә Октябрь проспектындағы 56-сы йорттоң тәҙрәһенән бер ир осҡан. Әммә уның яҙмышы аяныслы тамамланған - аҫтағы магазин баҫҡысының ослайып торған тимер таянғысына төшөп һәләк булған. Бәлә аяҡ аҫтында, хаҡһыҙлыҡты юғалтмайыҡ, абай булайыҡ.
Фото: "Бәйләнештә".