

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Роспотребнадзор”ҙың республикалағы идаралығы, полиция һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы индереү тураһында указына бәйле талаптарҙың нисек үтәлеүен тикшерҙе.
Белеүебеҙсә, 29 октябрҙән указға үҙгәрештәр индерелде. Аныҡлап әйткәндә, 23.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем тамаша-күңел асыу саралары уҙғарыу, йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәре күрһәтеү (дистанцияла сауҙа, алып барыу алымынан тыш) тыйыла.
Кисә 24.00 сәғәттән һуң үткәрелгән рейд ваҡытында күренеүенсә, ҡайһы бер ойошмалар һәм туҡланыу хеҙмәте күрһәткән йәмғиәттәр указ талаптарына ярашлы эш тәртибен үҙгәртмәгән. Тикшереүселәр барлығы 37 урында булған. “Мимино”, “Рандеву”, “Үзбәк ҡыҙы”, “Артель”, “Ҙур”, “Аристократ” кеүек ресторан һәм кафелар эште туҡтатҡан, уларға иҫкәрмәләр булмаған. Шул уҡ ваҡытта сикләү сараларын тупаҫ боҙоусылар ҙа осраған. Күптәр Башҡортостан Башлығының указына индерелгән яңы талаптар менән таныш булмауына һылтанған. Был урындар ҡулланыусыларҙы ҡабул итеп, ризыҡ һәм алкоголь менән сауҙа иткән. Шул уҡ ваҡытта ишек янында тән температураһын тикшереү, битлек режимын һаҡлау кеүек талаптар үтәлмәгән. Бер кальян һәм бильярд клубы, уларға ҡарата яһалған иҫкәрмәләргә ҡарамай, эшләүен дауам иткән. Улар ҡабаттан килгән тикшереүселәрҙе эскә үткәрмәгән, ишекте бикләгән, әммә бинанан музыка, көлөү тауыштары ишетелеп торған. Клуб хужаларына шылтыратыу ҙа һөҙөмтә бирмәгән.
"Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре протоколдар төҙөгән, улар судҡа ебәреләсәк. Бындай рейдтар даими рәүештә үткәрелеп торасаҡ.
Фото һәм сығанаҡ: ИТ һәм киң мәғлүмәт саралары бүлеге.