Йәмғиәт
30 Октябрь 2021, 07:00

“Был ҡышты тыныс шарттарҙа үткәрербеҙ тип ышанам”

"Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!" - тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. 

“Был ҡышты тыныс шарттарҙа үткәрербеҙ тип ышанам”“Был ҡышты тыныс шарттарҙа үткәрербеҙ тип ышанам”
“Был ҡышты тыныс шарттарҙа үткәрербеҙ тип ышанам”

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә әлеге мәлгә бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Ә бына беҙҙең Башҡортостан ҡышының тәүге биҙәктәре. Бик матур, әммә һыуыҡтар башлана, юл шарттары ҡатмарлаша. Шуға күрә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ ҡышҡа әҙербеҙ. Уның үҙ матурлығы, шатлыҡтары һәм мәшәҡәттәре бар. Әммә был ҡышты тыныс шарттарҙа үткәрербеҙ тип ышанам. Барығыҙға ла хәйерле көн!” – тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы. 

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас