Йәмғиәт
30 Октябрь 2021, 16:30

"Улар халыҡты туплаясаҡ үҙәктәргә әйләнер"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң бер нисә паркында, ихаталарҙа булып, төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.

"Улар халыҡты туплаясаҡ үҙәктәргә әйләнер""Улар халыҡты туплаясаҡ үҙәктәргә әйләнер"
"Улар халыҡты туплаясаҡ үҙәктәргә әйләнер"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында баш ҡаланың парктарын үҫтереү, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, спорт объекттары төҙөү мөмкинлектәрен һәм планын ҡараны.

15 ноябргә Киров районында яңы “Көньяҡ” паркының төп өлөшөн төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана. Ташландыҡ баҡсалар һәм шырлыҡ урынындағы был төҙөлөш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы 2019 йылда башланғайны. Унда ағастар ултыртылды, һыу селтәре, ямғыр һыуҙары канализацияһы үткәрелде, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары, автоһиптергестәр ҡуйылды, тротуарҙарға плитә түшәлде, бәләкәй архитектур һындар, сәхнә эшләнде. Ял майҙансыҡтарынан тыш, балалар өсөн уйын һәм спорт биләмәләре, шулай уҡ воркаут өсөн тренажерҙар, йүгереү, йәйәү йөрөү юлдары барлыҡҡа килде. Парктың үҙенсәлекле биҙәге – фонтан комплексы.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндергәндә ошо тирәлә йәшәгән халыҡтың теләктәрен мөмкин булғанса иҫәпкә алырға тырыштыҡ, тип билдәләне.

2021 йылда Өфөлә “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы Софья Перовская урамындағы алты ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Радий Хәбиров уларҙағы хәл-торош менән июль айында, бында эштәр гөрләп дауам иткән мәлдә лә, танышҡайны. Бөгөн ул башҡарылғандың сифатын баһаланы.

Аныҡлап әйткәндә, бында туҡталҡа, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнер майҙансығы, хоккей ҡабы эшләнгән. Ихатала воркаут өсөн көплө тренажерҙар биләмәһе, хәүефһеҙ япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.

Сергей Греков әйтеүенсә, 2021 йылда Өфөлә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса барлығы 78 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә.

Шулай уҡ Киров районында Радий Хәбиров Гимнастика буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө майҙансығында булды. Дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метр булған объекттың техник йәһәттән әҙерлек кимәле – 90 процент. Бында гимнастика һәм күнекмәләр залдары, бер үк ваҡытта конференциялар уҙғарыу биләмәһе лә булып хеҙмәт итәсәк күп функциялы хореография залы, 30 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана, спортсылар, тренерҙар, табиптар, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр буласаҡ. Объекттың дөйөм хаҡы – 780 миллион һум, шуның 450 миллион һумы – Рәсәй Спорт министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә алынған федераль субсидия.

Баш ҡаланың Октябрь районында Башҡортостан Башлығы Өфө дәүләт “Нур” татар театры эргәһендәге скверҙа булды. Белеүебеҙсә, 2019 йылда Радий Хәбиров бында шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашҡайны. Саранан һуң республика етәксеһе эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереү проекты менән дә танышҡайны. Уға ярашлы, театр янындағы битләүҙә йәшелләндереү эштәре башҡарылған – ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған, йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынған, заманса яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған.

Сипайлово биҫтәһендә Радий Хәбиров Яр буйы урамында булып, 2019 йылда 155-се лицейҙың уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләр менән бергә ултыртҡан 100-ҙән ашыу ағастың нисек үҫеп китеүен ҡараны. Әйтергә кәрәк, күп өлөшө яҡшы ереккән. Ошонда уҡ республика Башлығы “Ҡашҡаҙан” паркында ла булды. Бындағы ҙур эштәр ҙә 2019 йылда башланғайны. Ошо ваҡыт дауамында күл тулыһынса таҙартылып, төбө тәрәнәйтелгән, ямғыр һыуҙары канализацияһы барлыҡҡа килгән, эргә-тирә йәшелләндерелгән. Яр буйында кәмәләрҙе ҡуйыу, балыҡ тотоу урындары эшләнгән. Әлеге ваҡытта майҙансыҡтарҙағы плитә япманы алмаштырыу, яһалма яҡтыртыу ҡорамалдары, бәләкәй архитектур һындар ҡуяһы бар.

– Паркта ҙур булмаған эштәр ҡалған, уларҙы киләһе йәйгә – 12 июндә билдәләнгән Ҡала көнөнә тамамларға кәрәк. Парк асылыу менән күлдең уртаһында республикалағы иң ҙур яҡтылыҡлы музыкаль фонтан эшләй башлаясаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, төҙөкләндереү комплекслы алып барылған һәм заманса проекттар тормошҡа ашырылған бындай биләмәләр халыҡты үҙенә тартып торған үҙәктәргә әйләнә. “Ҡашҡаҙан” паркы ла ошо йүнәлештә башҡарылған эштәрҙең сағыу өлгөһө буласаҡ.

Яр буйында алған тәьҫораттары менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә бүлеште.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147127.html

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас