Йәмғиәт
31 Октябрь 2021, 14:00

"Салауат Юлаев" хоккейсыһына нимә булған?

Был фажиғә 29-ынан 30 октябргә ҡарай төндә теркәлгән...

"Салауат Юлаев" хоккейсыһына нимә булған?"Салауат Юлаев" хоккейсыһына нимә булған?
"Салауат Юлаев" хоккейсыһына нимә булған?

"Салауат Юлаев" хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Иван Биткин Мәскәүҙә 25-се ҡаттан ҡолап төшөп һәләк булған, тип хәбәр итә үҙәк баҫмалар.

Был фажиғә 29-ынан 30 октябргә ҡарай төндә булған. 24 йәшлек хоккейсының йәнһеҙ кәүҙәһен бейек йорттоң тәҙрәһе төбөндә тапҡандар. Әлеге тәүге фараздар буйынса, ул 25-се ҡаттан ҡолап төшкән. "Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән. Үлем сәбәптәрен тикшереү буйынса эш бара.

Иван Биткин - "Салауат Юлаев" хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Ул Мәскәүҙең "Йондоҙ" хоккей клубы, Нефтекаманың "Торос"ы һәм ҡытайҙарҙың "Ценг Тоу" командаһы өсөн уйнаған.

Фото: m24.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас