

Ошо көндәрҙә Эске эштәр министрлығының Туймазы районы бүлексәһенә бер нисә аҙыҡ-түлек магазиндарынан урлашыусылар хаҡында хәбәр килә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре башлап, магазиндарҙағы видеокүҙәтеү камераларынан ҡараһа, барыһында ла бер үк кешенең урлашҡаны күҙгә салына. Уның шәхесен асыҡлағандан һуң, шул билдәле була: ул 29 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе.
Алдан да бурлыҡ өсөн суд эскәмйәһендә ултырған. Әле лә супермаркеттарға инеп урлашып йөрөгән, үҙенең ҙур сумкаһына төрлө сырҙар, шоколадтар тултырып, ишектән тыныс ҡына сығып һыҙған. Ҡараҡ ирҙең эҙенә тиҙ төшкәндәр, ул үҙенең ҡырын эшен тулыһынса таныған. Шул асыҡланған, урлаған сырҙарын ул урамда үтеп барыусыларға 3 мең һумға һатып киткән, ә бына тәмле-татлы менән үҙе һыйланған. Хәҙер ҡараҡ-тәмлетамаҡҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, йәмғеһе алты эш ҡарала.
Фото pixabay.com