Йәмғиәт
1 Ноябрь 2021, 10:45

Төндә нисек эшләйҙәр?

Был рейдтар 7 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Төндә нисек эшләйҙәр?Төндә нисек эшләйҙәр?
Төндә нисек эшләйҙәр?

Кисә төндә Стәрлетамаҡта ҡалалағы, ғәҙәттә, төндә эшләгән заведениеларҙы йәнә тикшерҙеләр. “Роспотребнадзор”,  полиция, ҡала хакимиәте вәкилдәре Башҡортостан Башлығының көсәйтелгән әҙерлек буйынса режимды индереү буйынса указының 23 сәғәттән 6 сәғәткә тиклем тамаша-күңел асыу сараларын үткәреүҙе, йәмәғәт туҡланыу хеҙмәтен күрһәтеүҙе тыйыу өлкәһендәге положениеларын үтәү ҡаралды.

Рейдта ҡатнашыусылар 30-ҙан ашыу кафе-ресторан һәм башҡа ойошмаларҙы тикшерҙе. Күп ойошмаларға иҫкәрмәләр булмаған, беренсе рейдта положение талаптарын үтәргә теләмәгән ойошмалар ябылған. Шулай ҙа был ҡағиҙәләрҙе үтәргә ашыҡмаған ойошмалар теркәлгән. Мәҫәлән, “BAR CENTRAL”да аҙыҡ-түлеккә, алкоголле эсемлектәргә заказ биргәндәр теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта үҙәк инеү урыны ябыҡ булһа, хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән ишек асыҡ булған.

Әле рейдтар буйынса эштәр ҡарала. Әйткәндәй, бындай саралар 7 ноябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.

Фото: sterlitamak.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас