Йәмғиәт
1 Ноябрь 2021, 07:00

Ял итә лә белергә кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәсетлеләрҙең оло шатлығын уртаҡлашҡан...

Ял итә лә белергә кәрәкЯл итә лә белергә кәрәк
Ял итә лә белергә кәрәк

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы,  “Көньяҡ” биҫтәһендә ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү эштәре тамамланды.

Төҙөлөш эштәрен подрядсы  “Тепловик” йәмғиәте башҡарҙы. Парк 1,3 гектар майҙанды биләй. Биләмәлә балалар өсөн резина япмалы уйын майҙаны,  эскәмйәләр, универсаль спорт майҙаны, воркаут зонаһы, тренажерҙар, скейт-парк  урынлаштырылған. Яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү үткәрелгән. Мәсетлеләр  ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, саралар үткәреү өсөн уңайлы булған бындай объектты күптән көтә ине.  Уларҙың теләктәре тормошҡа ашты. 2020 йылда тап ошо паркты булдырыу кәрәклеге тураһында улар тауыш биргәйне. Йыл һайын “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, районда халыҡтың теләге буйынса заманса яңы  объекттар барлыҡҡа килә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәсетлеләрҙең оло шатлығын уртаҡлашып, социаль селтәрҙә былай тип яҙған:

“Мәсетле районындағы кеүек парктарҙы күберәк булдырыу – беҙҙең маҡсатыбыҙ. Һәр кем  теләге буйынса шөғөлләнһен. Әсәйҙәр коляскалар менән паркта тыныс  йөрөй алһын,  юлдар уңайлы булһын. Үҫмерҙәр снарядтарҙа ҡулдарын сыныҡтырһын, өлкәндәр өсөн тыныс һәм уңайлы ял урындары булһын... Иң мөһиме шул – быларҙың барыһы тураһында ла кешеләрҙән һорарға кәрәк.  Уларға нимә оҡшай, улар нимә теләй.”

Фото: Мәсетле районы хакимиәте сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас