Йәмғиәт
2 Ноябрь 2021, 07:57

“Һаулыҡтан ҡәҙерлерәк байлыҡ юҡ”

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Донъялағы һәр нимәнән йәм табып йәшәүгә бер ни етмәй. Көндәлек эште, һөнәри бурыстарыңды ихлас, бар күңелеңде һалып атҡарыу – сикһеҙ бәхет.

 – Үҙемде медицинанан башҡа өлкәләмен, тип хатта күҙ алдына ла килтерә алмайым, сөнки ошо мөхиттә үҫкәнмен һәм тап ошо һөнәрҙе һайлауым менән бәхетлемен. Әсәйем ғүмере буйы Ишембай ҡалаһында эндокринолог булып эшләне. Шуға үҙемде белгәндән алып,  мотлаҡ табип һөнәрен һайларға, тигән ҡарарға килгән инем,  – тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге баш һәм муйын бүлексәһенең юғары категориялы табип-оториноларингологы Вадим Әсфәндиәров. –  Әсәйемә күп кенә кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалғаны һәм дауалағаны өсөн йөрәктән сыҡҡан ихлас рәхмәт әйтеүен, шул уҡ ваҡытта телефон аша шылтыратыусыларға ҡәҙерле кешемдең: “Инсулин кәрәк, инсулин!” тигәнерәк һүҙҙәрен ишетеп, күреп үҫтем мин.

Фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов менән медицина үҙәгенә барғанда Вадим Атлер улы пациенттың сәләмәтлеген тикшерә ине.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙа ла гайморит осраҡтары йыш осрай,  – тине табип һәм бәләкәстәрҙең дә, өлкәндәрҙең үҙ һаулығына иғтибарлы булыуын теләне.  – Еҫ тойоу, ишетеү ағзалары менән һаҡ ҡыланырға кәрәклеге хаҡында һис оноторға ярамай.  Әгәр, мәҫәлән, кемдер ишетмәй икән, сурдологка барһын. Кешенең ишетеү һәләте түбән икән, тормош шарттарына яраҡлашыуы бик ауыр буласаҡ. Хәҙер бына тигән ҡолаҡ аппараттары, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәндәре лә бар. Уны кейеп йөрөүҙән уңайһыҙланмаһындар.  Вадим Атлер улы ишетеү ағзалары йәрәхәтләнгән ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың йыш килеүе хаҡында ла борсолоп әйтте: “Ата-әсәгә балаһының ҡолағын таҙартыуына етди ҡарарға кәңәш итәм. Был эште фәҡәт медицина хеҙмәткәре атҡарырға тейеш”.

Вадим Әсфәндиәровтың табип булып эшләүенә сирек быуат ваҡыт үткән. Хәҙер уның үҙенең уҡыусылары байтаҡ. Улар араһында, мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов һәм башҡалар бар. Әйткәндәй, Вадим Атлер улының ҡатыны Елена ла – медицина хеҙмәткәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы реанимация бүлегенең шәфҡәт туташы.

– Ғаиләбеҙ интернациональ. Үҙем – татар, ҡатыным – рус милләтенән. Элек-электән Рәсәйҙә төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәгән. Милләтенә ҡарамайынса, табиптар – халыҡ сәләмәтлеге һағында. Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алғанда ла төрлө төбәк, ил студенттары менән татыу белем алдыҡ. Берҙәмлеккә бер ни етмәй! – ти Вадим Атлер улы. Әсфәндиәровтарҙың ҡыҙҙары Виленаға 20 йәш. Ул Мәскәүҙәге Олимпия резервы мәктәбендә белем ала. Ҡыҙ – Рәсәйҙең спорт мастеры, илебеҙҙәге һәм халыҡ-ара сараларҙа призлы урындарҙы яулаған. Мәктәп уҡыусыһы булған улдары Марк 10 йәштә.

– Тормошта иң ҡәҙерле байлыҡ – сәләмәтлек, шуға күрә гәзит уҡыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем, – тип теләктәрен еткерҙе Вадим Әсфәндиәров.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас